Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГАЗ КОНДЕНСАТЫ

Просмотров: 1414

ГАЗ КОНДЕНСАТЫ, тәбиғи углеводород газдарын сығарғанда газ ятҡылыҡтары ҡатламының баҫым һәм т‑раһы түбәнәйеүе һөҙөмтәһендә бүленеп сыҡҡан шыйыҡ углеводородтар ҡатышмаһы. Тотороҡһоҙ (промысла шарттарында Г.к. ятыштарынан сығарыла) һәм тотороҡло (тотороҡһоҙ Г.к. еңел углеводородтарҙың киң фракцияһы — пропан, бутан, өлөшләтә пентандар айырып алына) Г.к. бүленә. Тығыҙлығы 660— 840 кг/м3, tҡатыу - 20°С алып - 60°С тиклем. Углеводородтар составы башлыса молекулаларында 5—9 углерод атомы булған парафин, нафтен углеводородтарынан, ароматик углеводородтарҙан, фракциялар составы бензин (50—60%‑ы, ҡайһы берҙәренең 80—90%‑ы 200°С тиклем ҡайнай), кәрәсин (200—300°С) һ.б. юғары т‑рала ҡайнаусы тәрән ятыштарҙан — башлыса кәрәсингазойль фракцияларынан тора. Нефть ҡырпыуҙарынан айырмалы рәүештә, асфальт‑ыҫмалалы берләшмәләре юҡ. Фракция составына ҡарап шартлыса еңел (массаһы б‑са бензин фракцияһы яҡынса 80%), уртаса (бензин фракцияһынан тыш дизель фракцияһы була) һәм ауырҙарға (май фрак‑ цияһы була) бүленә; көкөрттөң дөйөм дәүмәленә ҡарап көкөртлө (0,5%— 0,8%), аҙ (0,05%‑тан кәмерәк) һәм юғары (1,7%‑ҡа тиклем һәм унан да юғарыраҡ) көкөртлө Г.к. була. Фракциялар һәм углеводородтар составы ҡатламдың башланғыс баҫымы (ғәҙәттә 25—30 МПа) һәм т‑раға, нефть ҡырпыуы булыуға, ятҡылыҡты эксплуатациялау шарттарына бәйле; эшкәртеү технологияһы схемаһын һайлағанда төп параметрҙар булып хеҙмәт итәләр. Тотороҡһоҙ Г.к. пропан, бутан, уларҙың ҡатышмаһы (шыйығайтылған газдар), газ бензины; тотороҡлоһонан бензиндар, дизель яғыулығы, ароматик углеводородтар алына. Башҡортостанда Салауат нефте‑химия комб‑тында (ҡара: “Газпром нефтехим Салават”) 20 б. 50‑се йй. аҙ. илдә тәүгеләрҙән — Ҡансыра, 70‑се йй. — Совхоз (Ырымбур өлк.), 80‑се йй. уртаһынан Ҡарасығанаҡ (Ҡаҙағстан Респ.) ятҡылыҡтарының юғары көкөртлө, меркаптанлы Г.к. үҙләштереү башлана. Ошо ятҡылыҡтарҙың Г.к. Ырымбур газ эшкәртеү з‑дында көкөртлө водородтан таҙартылғандан һуң 1984 й. алып Өфө нефть эшкәртеү заводында ла эшкәртелә. Составында көкөртлө водород юғары кимәлдә (5,3—6,4%‑ҡа тиклем) булыу арҡаһында сәнәғәттә Бөркөт, Исем, Һарытау ятҡылыҡтары (60‑сы йй. уртаһы — 70‑се йй. уртаһында асылған) Г.к. ҡулланылмай. Юғары көкөртлө Г.к. эшкәртеү технологияһы схемаһы Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ (Д.Ф.Варфоломеев, М.Л. Креймер, В.В.Фрязинов, С.Ғ. Хәбибуллин һ.б.), Өфө НЭЗ‑ы (А.Е. Дьяченко, С.Г.Прокопюк, М.Һ. Хисаметдинов, М.И.Әхмәтшин һ.б.) һәм “Салаватнефтеоргсинтез” ПБ (В.Н.Павлычев, П.Ф.Тюгаев һ.б.) хеҙм‑рҙәре ҡатнашлығында эшләнә. Нефтехимия производстволары ҒТИ‑нда 80‑се йй. уртаһында Г.к. меркаптанһыҙлаштырыу процесы уйлап табыла һәм Шкапов газ эшкәртеү заводында индерелә (Р.М.Мәсәғүтов, А.Х. Шәрипов). Органик химия институтында (Н.К.Ляпина, М.А. Парфёнова, А.Д. Улендеева) БР (Бөркөт, Исем), РФ (Әстерхан, Ырымбур, Совхоз), Ҡаҙағстандың (Ҡарасығанаҡ) ҡайһы бер ятҡылыҡтарында сығарылған Г.к. составында булған көкөрторганик берләшмәләрҙең структура‑төркөм составы тикшерелә.

Ж.Ф.Ғәлимов, З.Ә.Хәбибуллин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: