Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АЗОТ

Просмотров: 1550

АЗОТ (Nitrogenium), N, Д.И.Менделеев периодик системаһының V төркөм химик элементы. Тәбиғи А. ике тотороҡло изотоптан тора. Төҫһөҙ, еҫһеҙ, тәме булмаған газ, һауанан еңелерәк; tиреү —209,8°С, tҡайнау —195,8°С. Һыуҙа эреүсәнлеге насар. Ғәҙәти шарттарҙа А. химик активлығы түбән. Юғары баҫым аҫтында һәм т‑раларҙа, катализатор ҡатнашлығында водород, кислород, металдар һ.б. м‑н берләшмәләр хасил итә. Аҡһымдар, нуклеотидтар, аминокислоталар һ.б. составына ингән мөһим биоген элемент. Молекуляр А. тупраҡтағы ҡайһы бер микроорганизмдар тарафынан үҙләштерелә (ҡара: Азотфиксация).

Башҡортостанда шыйығайтылған һауаны өлөшләп ҡыуыу юлы м‑н А. күпләп етештереү “Газпром нефтехим Салават” пр‑тиеһында үҙләштерелә: тәүге сәнәғәт ҡулайламаһы (ҡеүәте 16 мең м3/ сәғ) 1974 й., икенсеһе (20 мең м3/ сәғ) 1988 й. файҙаланыуға тапшырыла. А. алыу өсөн 0,6 мПа тиклем ҡыҫылған һәм яҡынса —170°С тиклем һыуытылған, ш. уҡ углекислый газдан һәм боҙҙан таҙартылған һауа конденсаторҙарҙа шыйыҡландырыла, артабан силикагель тултырылған абсорберҙар аша (углеводородтар һәм углекислый газдан өҫтәмә рәүештә таҙартыу) үткәргәндән һуң, 2 тапҡыр ректификацияға дусар ителә. Һатыу өсөн тәғәйенләнгән продуктта А. концентрацияһы 99,99%‑тан (күләме б‑са) кәм булмай. А. аммиак, азотлы ашламалар етештереү, төрлө технологик процестарҙа инерт мөхит тыуҙырыу, технологик ҡорамалдарҙың герметиклығын һ.б. тикшереүҙә файҙаланыла. Шыйыҡ А. ғилми‑тикшеренеү эштәрендә, мед. ҡулланыла. Шулай уҡ ҡара: Нефттең азоторганик берләшмәләре.

В.А.Потеряхин

Тәрж. Ғ.Ғ.Бикбаева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019