Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АЗОТФИКСАЦИЯ

Просмотров: 1655

АЗОТФИКСАЦИЯ, биологияла: атмосфераның молекуляр азотының бактериялар тарафынан бәйләнеүе һәм уның үҫемлектәр һ.б. организмдар еңел үҙләштерә алырлыҡ берләшмәләргә күсерелеүе. Тәбиғәттәге азот әйләнешенең иң мөһим быуындарының береһе һәм үҫемлектәрҙе азот м‑н тәьмин итеүҙең берҙән‑бер экологик яҡтан таҙа юлы. А. — төп ролде нитрогеназа ферменты (уның барлыҡҡа килеүе күҙәнәктәрҙә был аҡһымдың синтезын көйләүсе nif‑ген азот туплаусы микроорганизмдар булыуы м‑н бәйле) уйнаған ферментатив реакциялар сылбыры. Ҡатмарлы төҙөлөшлө үҫемлектәр м‑н симбиозда йәшәүсе бүлбе бактериялары (симбиотик А.), ирекле йәшәүсе азот туплаусылар — азотбактер, анаэроб клостридиялар, сульфат редукциялаштырыусы бактериялар, энтеробактериялар, фотосинтезлаусы спириллалар, актиномицеттар, мико‑ һәм цианобактериялар (симбиотик булмаған А.) ярҙамында тормошҡа ашырыла. Планетаның тупраҡ экосистемаларында дөйөм йыллыҡ А. 175—190 млн т азот иҫәпләнә.

Башҡортостанда агроценоздарҙа А. әүҙемләштереү ысулдарын уйлап табыу б‑са фәнни тикшеренеүҙәр Биология институтында (Б.Ф.Садиҡов, Ф.Х.Хәзиев) алып барыла.

Әҙәб.: Бабьева И.П., Зенова Г.М. Биология почв. М., 1983; Садыков Б.Ф. Биологическая азотофиксация в агроценозах. Уфа, 1989.

Н.Ә.Кирәева

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019