Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУПРАҠТЫҢ АЗОТЛЫ БЕРЛӘШМӘЛӘРЕ

Просмотров: 1510

ТУПРАҠТЫҢ АЗОТЛЫ БЕРЛӘШМӘЛӘРЕ, тупраҡтың азотлы органик (98%) һәм минераль (2%) матдәләре. Органик Т.а.б. төп өлөшө (90%) — үҙенсәлекле серетмә матдәләрҙән, ҡалған өлөшө үҙенсәлекле булмаған берләшмәләрҙән тора. Органик Т.а.б. составына — аминдар, аминокислоталар, амин шәкәрҙәре, амин спирттары, гумин, гумин к‑талары һәм фульвокислоталар, мочевина, пуриндар, пиримидин һәм уның сығарылмалары; минераль Т.а.б. составына аммоний (еңел үҙләштерелеүсе һәм минералдар ярҙамында беркетелгән) берләшмәләре, нитриттар, нитраттар инә. Башҡортостандың аҡһыл һоро урман һәм кәҫле көлһыу тупрағының һөрөнтө ҡатламында дөйөм азот миҡдары — яҡынса 0,20%, һоро урман тупрағында — 0,26%, ҡараһыу һоро урман тупрағында — 0,33%, ҡара тупраҡта 0,40—0,65% тәшкил итә һәм һоро урман тупрағының бер метрлыҡ ҡатламында — 10—20 т/га, ҡара тупраҡтыҡында 25—35 т/га етә. Минераль Т.а.б. күләменә тупраҡтың агрофизик үҙенсәлектәре, тупраҡтың агрохимик үҙенсәлектәре һәм үҫтерелеүсе культураның төрө тәьҫир итә. 1 т бойҙай үҫтереү өсөн яҡынса 40 кг азот кәрәк, яҙғы бойҙайҙың уңышы 30 ц/га булған осраҡта баҫыуҙан 120 кг азот сығарыла. Үҫемлектәр тарафынан минераль Т.а.б. үҙләштереү 50%‑тан артмай, шуға күрә азотлы ашламалар ҡулланыу талап ителә. Тупраҡтағы азот запастары минераль һәм органик ашламалар индереү, микроорганизмдар тарафынан атмосфера азотын беркетеү (ҡара: Азотфиксация) һ.б. юлдар м‑н тулыландырыла.

Әҙәб.: Х а з и е в Ф.Х., Н а у м о в Н.С. Почвенный азот и эффективность азотных удобрений. Уфа, 1979; Х а б и р о в И.К. Экология и биохимия азота в почвах Приуралья. Уфа, 1993.

И.Ҡ.Хәбиров

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: