Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОЛО ЗИҢГӘРӘЙ, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл

Просмотров: 794

ОЛО ЗИҢГӘРӘЙ, З и ң г ә р ә й, Йәрмәкәй р‑нындағы ауыл, Түб. Олойылға а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.-Көнс. 10 км һәм Приют т. юл ст. Т.‑Көнб. табан 31 км алыҫлыҡта Рә й. (Кама й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 286 кеше; 1920 — 369; 1939 — 429; 1959 — 300; 1989 — 184; 2002 — 197; 2010 — 188 кеше. Сыуаштар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб бар. Ауылға 1754 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Ҡазан даруғаһы Ҡыр‑Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Зиңгәрәй (тәүге төпләнеүсе Зиңгәрәй Тоҡбулатов исеменән) исеме м‑н сыуаштар нигеҙ һала. 1776 й. бында ш. уҡ шарттарҙа мордвалар күсеп килә. 1865 й. 23 йортта 155 кеше йәшәгән. Игенселек, умарт‑ҡ, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. 1920 й. О.З. (Сыуаш Зиңгәрәйе) исеме м‑н теркәлгән.

Т.И.Әминев, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: