Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ОЛО ТЕҢКӘШ, Нуриман р‑нындағы ауыл

Просмотров: 814

ОЛО ТЕҢКӘШ, Нуриман р‑нындағы ауыл, Байгилде а/с ҡарай. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 27 км һәм Иглин т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 23 км алыҫлыҡта Мәзиткүл һәм Теңкәш күле эргәһендә урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 972 кеше; 1920 — 905; 1939 — 819; 1959 — 614; 1989 — 416; 2002 — 326; 2010 — 320 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, китапхана, мәсет бар.

Ауылға 1694 й. керҙәшлек килешеүе б‑са Нуғай даруғаһы Мең улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә Теңкәш исеме м‑н яһаҡлы татарҙар нигеҙ һала. 1753 й. һәм 1786 й. бында ш. уҡ шарттарҙа татарҙарҙың яңы төркөмө (1858 й. — Минзәлә өйәҙе Изминкә а. татарҙары) күсеп килә. Кешеләренең күп өлөшө типтәрҙәр ҡатламына күсә. 1865 й. 87 йортта 438 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1906 й. 2 мәсет, 2 бакалея һәм 2 мануфактура кибете теркәлгән. 20‑се йй. Кесе Теңкәш бүлендек ауылы айырылып сыҡҡандан һуң, хәҙ. исемен ала.

Р.С.Исмәғилев, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: