Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠАУҘЫ ҺЫМАҠТАР

Просмотров: 1056

ҠАУҘЫ ҺЫМАҠТАР, оҙон сираҡлылар (Ciconiiformes), ҡоштар отряды. 6 ғаиләһе, 118 төрө билдәле. Башҡортостанда ҡауҙылар һәм селәндәр ғаиләләренә ҡараған 4 төрө осрай. Эре (ҡара ҡауҙы, кәүҙә оҙонлоғо 100 см тиклем, ауырлығы 3 кг яҡын) һәм уртаса ҙурлыҡтағы (бәләкәй күл буғаһы, 33 см һәм 145 г) күсәр ҡоштар. Ҡара (ҡара ҡауҙы), күк (күк селән) һәм һаҙлыҡ үҫемлектәре төҫөнә оҡшаған һаҡлаусы (бәләкәй күл буғаһы, мөншөгөр) төҫтә. Суҡышы тура һәм осло. Ҡанаты киң, тупаҡ. Муйыны оҙон. Ҡойроғо ҡыҫҡа, түңәрәкләнеп бөтә. Аяғы дүрт бармаҡлы. Енси диморфизм хас түгел. Моногам. Колониялар м‑н, һирәгерәк парлап ағас баштарында, йығылған ҡамыш өҫтөндә оя ҡора. 2—6 йомортҡа һала. Инә һәм ата ҡош 17—32 көн баҫа. Бөжәк, ер-һыу хайуаны, һирәгерәк һөйрәлеүселәр һәм кимереүселәр м‑н туҡлана. Ағиҙел, Дим, Йылайыр, Тере Танып, Һаҡмар йй. үҙәндәрендә яр буйындағы әрәмәлектәрҙә һәм дымлы болондарҙа осрай. Ҡайһы бер Ҡ.һ. балыҡ паразиттарының аралыҡ хужалары булып тора. Мөншөгөр БР‑ҙың Ҡыҙыл китабына, ҡара ҡауҙы БР‑ҙың һәм РФ‑тың Ҡыҙыл китаптарына индерелгән.

Ә.Ф.Мәмәтов

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные статьи: