Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БИРЖА

Просмотров: 1287

БИРЖА, даими эшләүсе, тауарҙар, ҡиммәтле ҡағыҙҙар, валюта, эш көсөн күмәртәләп һатыу баҙары формаһы. Тауар (универсаль һәм махсуслашҡан), фонд, валюта, хеҙмәт (ҡара: Халыҡтың эш менән тәьмин ителеүе) Б. бүленәләр. Башҡортостанда тәүге Б. 20 б. башында барлыҡҡа килә. 1905 й. Өфө биржа йәмғиәте (ҡара: Тауар биржаһы) ойошторола. Беренсе донъя һуғышы башланғас, Б. ябыла. Яңы иҡтисади сәйәсәт йылдарында Б. яңынан барлыҡҡа килә (ҡара: Башҡортостан тауар биржаһы) һәм 30‑сы йй. тиклем була. 90‑сы йй. башында баҙар иҡтисадына күсеү БР‑ҙа биржа тауарҙарына стандарттар, тауарҙарға һәм ҡиммәтле ҡағыҙҙарға хаҡ кимәле (котировка) ҡуйған, һорау һәм тәҡдимдең конъюнктураһын анализлаған 12 Б. асылыуына шарттар тыуҙыра.

“Башҡортостан” аграр-сәнәғәт биржаһы, 1991 й. авг. 20 млн һум устав фонды булған ААЙ булараҡ ойошторола. Акционер‑ойоштороусылары: БР‑ҙың А.х. һәм аҙыҡ-түлек министрлығы, “Башобувьбыт” ЯАЙ, “Баштрансгаз” ЯСЙ, “Өфө” ҡошсолоҡ ф‑каһы, Өфө моторҙар эшләү производство берекмәһе һ.б. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше — аҙыҡ‑түлек тауарҙары, сәнәғәт ҡорамалдары, автомобилдәр, а.х. техникаһы, нефть продукттары, төҙөлөш материалдары м‑н биржа сауҙаһы. 1992 й. Башҡ‑н биржаһы составына инә.

Башҡортостан биржаһы, 1991 й. окт. 12,9 млн һум устав фонды булған ЯАЙ булараҡ ойошторола. Акционер‑ойоштороусылары: “Автоприбор” з‑ды, “Башкирэнерго” ААЙ, “Башресурсы”, “Каустик” ЯАЙ, “Каучук” һ.б. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: нефтехимия сәнәғәте һәм химия сәнәғәте продукцияһы, ҡиммәтле ҡағыҙҙар м‑н биржа сауҙаһы (ш. иҫ. селектор сауҙаһы); контракт һәм бартер килешеүҙәре, фрахт. 1992 й. “Башҡортостан” аграр-сәнәғәт биржаһы м‑н берләштерелә. 1994 й. Өфө тауар‑фонд биржаһы составына инә.

“Нефть һәм уны эшкәртеүҙән алынған продукттар” Башҡортостан махсуслаштырылған тауар-сеймал биржаһы, 1991 й. сент. 10 млн һумдан ашыу устав фонды булған ЯСЙ булараҡ ойошторола. Акционер‑ойоштороусылары: “Башкирнефтепродукт” ААЙ, Башҡортостан нефтехимия компанияһы, “Башнефть” АНК, “Башпромбанк”, Урал‑Себер магистраль нефть үткәргестәре һ.б. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: нефть продукттары, “Новойл” сериялы нефть продукттарына опциондар м‑н биржа сауҙаһы; форвард, фьючерс килешеүҙәре, сроклы контракттар, фрахт; аукциондар.

Өфө тауар‑фонд биржаһы, 1991 й. ғин. 10 млн һум устав фонды булған ЯАЙ булараҡ ойошторола. Акционер‑ойоштороусылары: “Башҡортостан”, “Башпромбанк”, “Социнвестбанк” банкылары, “Каустик” ЯАЙ, СССР‑ҙың 60 йыллығы исемендәге совхоз, Өфө нефть эшкәртеү заводы һ.б. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: төҙөлөш материалдары, халыҡ ҡулланыуы тауарҙары, күсемһеҙ милек, ҡиммәтле ҡағыҙҙар, депозит кредиттары м‑н биржа сауҙаһы; хосусилаштырыу чектарын һатып алыу һәм һатыу б‑са аукциондар; фьючерс килешеүҙәре. 1994 й. составына Башҡ‑н биржаһы инә.

Өфө универсаль биржаһы, 1991 й. сент. 12,5 млн һум устав фонды булған ЯСЙ булараҡ ойошторола. Акционер‑ойоштороусылары: “Дим”, “Тәбиғәт” коммерция банкылары, “Универсал‑экспром” сәнәғәт‑сауҙа фирмаһы, “Интерстройфорт” производство‑төҙөлөш фирмаһы, “Советская Башкирия” гәз. һ.б. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше — сеймал, икенсел ресурстар, а.х. продукцияһы һәм туҡланыу продукттары, ҡорамалдар, халыҡ ҡулланыуы тауарҙары, транспорт м‑н биржа сауҙаһы.

Өфө” универсаль биржаһы, 1991 й. окт. 11,5 млн һум устав фонды булған ЯСШ булараҡ ойошторола. Акционер‑ойоштороусылары: “Вторчермет” пр‑тиеһы, “Уфабанк”, “Восток-Экспо” бәләкәй пр‑тиеһы, “Восток” страховкалау компанияһы һ.б. Эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше — күсемһеҙ милек һәм ҡиммәтле ҡағыҙҙар м‑н биржа сауҙаһы.

Сәнәғәт етештереүенең кәмеүе, инфляция темпы үҫеүе биржа активлығының түбәнәйеүенә килтерә; 1993 й. Башҡ‑н, Башҡ‑н махсуслаштырылған тауар‑сеймал һәм Өфө тауар‑фонд Б. тауар әйләнеше өлөшө 1992 й. м‑н сағыштырғанда 1,2%‑ҡа кәмей һәм 30,4 млрд һум тәшкил итә. 90‑сы йй. уртаһына Б. үҙҙәренең эшмәкәрлеген туҡтата.

Х.Б.Аҫылғужин

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: