Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АЙЫУХАН, Дәүләкән р‑нындағы ауыл

Просмотров: 939

АЙЫУХАН, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Раев а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. К.‑Көнс. табан 18 км алыҫлыҡта Айыухан й. (Дим й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 838 кеше; 1920 — 930; 1939 — 728; 1959 — 429; 1989 — 280; 2002 — 304; 2010 — 286 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Раев урта мәктәбе филиалы), клуб бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Ҡырҡ-Өйлө-Мең улусы Ябалаҡлы а. башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1780 й. керҙәшлек килешеүе б‑са хеҙмәтле татарҙар нигеҙ һала. 1796 й. ш. уҡ шарттарҙа бында дәүләт крәҫтиәндәре килеп урынлашҡан. Тәүге төпләнеүсе Айыухан Ураҙаев исеме м‑н аталған. Шулай уҡ Ябалаҡлы исеме м‑н билдәле булған. 1865 й. 101 йортта 518 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, тегенселек эше м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, 2 бакалея кибете, иген һурҙыртҡыс, мөгәзәй теркәлгән. Б.Дим ошо ауылда тыуған.

Т.М.Глазкова, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: