Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БИК-ҠАРАМАЛЫ, Дәүләкән р‑нындағы ауыл

Просмотров: 806

БИК-ҠАРАМАЛЫ, Дәүләкән р‑нындағы ауыл, Бик-Ҡарамалы а/ с үҙәге. Район үҙәгенән һәм Дәүләкән т. юл ст. К.‑Көнс. табан 26 км алыҫлыҡта Һаҙлыкүл й. (Өршәк й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1302 кеше; 1920 — 1334; 1939 — 765; 1959 — 536; 1989 — 281; 2002 — 284; 2010 — 324 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Башланғыс мәктәп (Соколовка урта мәктәбе филиалы), фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Нуғай даруғаһы Ҡырҡ-Өйлө-Мең (1748 й. керҙәшлек килешеүе б‑са) һәм Яйыҡ‑Һыбы‑Мең улустары (1771 й. килешеү б‑са) башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә мишәрҙәр Биктимер исеме м‑н нигеҙ һала. Шулай уҡ Биктимер‑Ҡарамалы, Бикташ-Ҡарамалы, Оло Сабаталы исемдәре м‑н билдәле булған. 1865 й. 110 йортта 632 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ, умарт‑ҡ, сабата үреү, арба яһау м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. ш. уҡ 2 мөгәзәй теркәлгән. 20‑се йй. ҡарай Б.-Ҡ. 18 б. уртаһында нигеҙләнгән Яңы Ҡарамалы а. м‑н ҡушыла. 30‑сы йй. алып хәҙ. исемен йөрөтә. Ф.Ғ.Сафин ошо ауылда тыуған.

Т.М.Глазкова, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ю.Ғәримов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: