Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БИОЛОГИК ПРЕПАРАТТАР

Просмотров: 1363

БИОЛОГИК ПРЕПАРАТТАР, ауыл хужалығында: ветеринарияла һәм үҫемлекселектә ҡулланылған биол. сығышлы матдәләр. Ветеринар практикала ҡулланылыусы Б.п. ддиагностик (аллергендар, антигендар, диагностик сывороткалар), дауалау (гаммаглобулиндар, специфик гипериммун сывороткалар һ.б.), иҫкәртеү (анатоксиндар, вакциналар) һәм стимуллаштырыу (антиретикуляр цитотоксик сыворотка һ.б.) сараларына айырыла. А.х. малдарының үҫеүен тиҙләтеү өсөн ҡайһы бер витаминдар, мал аҙығы өҫтәмәләре ҡулланыла. Үҫемлекселектә ҡулланылыусы Б.п. сығышы б‑са бактериаль (айырыуса таралған), бәшмәкле һәм вируслы төрҙәргә бүленә. Бактериаль препараттарҙан бикол, битоксибациллин, лепидоцид һ.б. үҫемлектәрҙе колорадо картуф ҡуңыҙы һәм күбәләк ҡарышлауығынан һаҡлау өсөн ҡулланыла; бактофит, планриз, фитоспорин һ.б. — ҡыяҡлылар, йәшелсә культуралары ауырыуҙарынан; бактериаль ашламалар тупраҡ уңдырышлылығын күтәреү өсөн файҙаланыла. Бәшмәкле препараттарҙан симбионт‑1 үҫемлектәрҙең үҫеүен тиҙләтеү, уларҙың ауырыуҙарға ҡаршы тороусанлығын арттырыу өсөн ҡулланыла. Вирин вирус препараты ярҙамында күбәләк ҡарышлауығы юҡ ителә. Б.п. ҡулланыуға ш. уҡ үҫемлектәрҙе биотехник һаҡлау ысулы нигеҙләнә. Башҡортостанда Б.п. “Иммунопрепарат” ФДУП‑ында, Өфө витамин заводында, Ветеринария лабораторияһында һ.б. етештерелә. Б.п. ҡулланыуҙың һөҙөмтәлелеге Биохимия һәм генетика институтында (В.А.Вәхитов), Ауыл хужалығы институтында (М.Й.Миңлекәев, Р.М.Хәмитов), Аграр университетта (В.Д.Недорезков, Р.Н.Уйылданов) һ.б. өйрәнелә.

А.В.Андреева, М.М.Ғәниев

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019