Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“БАЛА ҠАРҒА”

Просмотров: 891

“БАЛА ҠАРҒА”, башҡ. инструменталь көйө. Тәүге тапҡыр А.С.Ключарёв тарафынан 20 б. 30‑сы йй. яҙып алына, “Башҡорт халҡ йырҙары” йыйынтығында баҫтырыла. Инструменталь көйҙөң берҙән‑бер вокаль версияһы К.М.Дияровтан яҙып алына һәм “Сал Уралдың моңдары” (1988) китабында баҫыла. Көйҙө башҡарыу алдынан бер нисә варианты булған легенда бәйән ителә. Сюжеттың төп мотивы — ҡоҙғондоң баланы тәрбиәләүе — башҡорттарға хас булған ҡоштарҙы (ҡара: Ҡоштар культы) һәм ағастарҙы хөрмәтләүҙе (ҡара: Исламға тиклемге дини инаныуҙар) сағылдыра. Инструменталь көй йыр‑бейеү характерында, уның нигеҙен артабанғы башҡарыуҙарҙа төрлөләнә барған, мелодик фраза тәшкил итә. “Б.ҡ.” башҡарыусылар араһында ҡурайсылар Р.Ғ.Бүләкәнов, Т.Х.Латипов, Ғ.З.Сөләймәнов.

Әҙәб.: Песни моего народа=Халҡым йыры= Songs of my folk. Уфа, 1995.

Л.Ҡәлмәнова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Нотная запись мелодии

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019