Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АРБАШ, Асҡын р‑нындағы ауыл, Арбаш а/ с үҙәге

Просмотров: 644

АРБАШ, Асҡын р‑нындағы ауыл, Арбаш а/ с үҙәге. Район үҙәгенән К.‑Көнб. 35 км һәм Көйәҙе т. юл ст. (Пермь крайы) К.‑Көнс. табан 139 км алыҫлыҡта Ар й. (Тере Танып й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 995 кеше; 1920 — 1112; 1939 — 982; 1959 — 784; 1989 — 379; 2002 — 343; 2010 — 209 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Себер даруғаһы Һунлар улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1702 й. керҙәшлек килешеүе б‑са мишәрҙәр нигеҙ һала. Исеме гидронимдан алынған. 1865 й. 82 йортта 567 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. 2 мәсет (1881 й. һәм 1895 й. төҙөлгән), 2 бакалея кибете теркәлгән.

Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: