ВӘЛИУЛЛИН Рим Абдулла улы

ВӘЛИУЛЛИН Рим Абдулла улы (15.10.1950, Октябрьский ҡ.), геофизик. БР ФА академигы (2018), техник фәндәр докторы (1996), профессор (1998). РФ юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2012), БР‑ҙың атҡаҙанған уйлап табыусыһы (1998), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2002). Рен.А.Вәлиуллиндың һәм Рифғәт А.Вәлиуллиндың ҡустыһы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1977) шунда уҡ эшләй (1998 й. алып геофизика кафедраһы мөдире), бер үк ваҡытта 1993 й. башлап “ГеоТЭК” ғилми‑производство фирмаһы (Өфө ҡ.) директоры, бер үк ваҡытта 2015 й. алып БР ФА-ның Ер тураһындағы фәндәр һәм нефть-газ технологиялары бүлеге академик-секретары. Фәнни эшмәкәрлеге нефть ятҡылыҡтарын эшкәртеүҙе геофизик яҡтан контролдә тотоу проблемаларына арналған. В. тарафынан нефть ҡатламдарында һәм скважиналарҙа уларҙың торошон диагностикалау өсөн термогидродинамик ҡырҙар тикшерелә, скважиналарҙы үҙләштереү, файҙаланыу һәм ремонтлау ваҡытында стационар булмаған термометрия технологияһы уйлап табыла. БР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт (2019), И.М.Губкин исемендәге (2006) премиялар лауреаты. Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнгән (2017).
Хеҙм.: Термические исследования при компрессорном освоении нефтяных скважин. Уфа, 1992 (авторҙ.); Термометрия пластов с многофазными потоками. Уфа, 1998 (авторҙ.); Термогидродинамические исследования пластов и скважин нефтяных месторождений. Уфа, 2004 (авторҙ.).
Ә.Й.Закиров
Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

