Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВӘЛИУЛЛИН Рифғәт Абдулла улы

Просмотров: 1468

ВӘЛИУЛЛИН Рифғәт Абдулла улы (20.9.1935, БАССР‑ҙың Туймазы р‑ны Үрге Бишенде а. — 3.1.2007, Өфө), режиссёр. РФ‑тың (1996) һәм БАССР- ҙың (1989) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (1966). Рен. А.Вәлиуллиндың һәм Рим А.Вәлиуллиндың ағаһы. ГИТИС‑ты тамамлаған (1966; И.М.Туманов класы). 1965 й. — М.Йәлил ис. Татар опера һәм балет театры (Ҡазан), 1966 й. алып БДОБТ реж., бер үк ваҡытта 1971 й. башлап ӨДСА‑ла уҡыта. Күберәк монументаль‑эпик жанрҙа ижад иткән универсаль режиссёр. В. сәнғәтенә реализм, әҫәрҙең идея йөкмәткеһен тулыһынса асыу, комп. тексының үҙенсәлеген һаҡлауға ынтылыш хас. 1966 й. Татар опера һәм балет театры сәхнәһендә Дж.Пуччиниҙың “Тоска” операһы м‑н тәүге тапҡыр сығыш яһай. БДОБТ‑ла 40‑тан ашыу постановка, ш. иҫ. “Ағиҙел тулҡындары”, “Аҡмулла”, М.Т. Түлебаевтың “Бирйән менән Сара”, М.П.Мусоргскийҙың “Борис Годунов”, Дж. Вердиҙың “Дон Карлос”, Г.Доницеттиҙың “Дон Паскуале”, С.Ә.Низаметдиновтың“Ҡара һыуҙар”, “Ҡаһым түрә”, П.И.Чайковскийҙың “Мазепа”, Х.Ф.Әхмәтовтың“Нәркәс” операларын сәхнәләштерә. СССР‑ҙа тәүгеләрҙән булып БДОБТ сәхнәһендә Ю.С.Мейтустың “Бер туған Ульяновтар” (“Братья Ульяновы”), А.Н.Холминовтың “Оптимистик трагедия” (“Оптимистическая трагедия”; икеһе лә — 1967), В.А.Успенскийҙың “Саламандраларға ҡаршы һуғыш” (“Война с саламандрами”; 1968) спектаклдәрен ҡуя. Мәскәүҙә Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһында (1955), БР көндәрендә (1997) ҡатнаша.

 

Г.Л.Ғәлимова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019