Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БОҪТАНАЙ, Борай р‑нындағы ауыл

Просмотров: 683

БОҪТАНАЙ, Борай р‑нындағы ауыл, Ҡуҙбай а/ с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 17 һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнс. табан 51 км алыҫлыҡта Гәрә й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 765 кеше; 1920 — 741; 1939 — 709; 1959 — 545; 1989 — 212; 2002 — 177; 2010 — 156 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер-акушерлыҡ пункты, Р.Ғәлиева ис. район мәҙәниәт йорто филиалы бар.

Ауылға Уҫы даруғаһы Эске Йылан улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1710 й. керҙәшлек килешеүе б‑са хеҙмәтле татарҙар нигеҙ һала. Һуңыраҡ бында ш. уҡ шарттарҙа яһаҡлы татарҙар һәм мишәрҙәр килеп урынлаша. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улы Һатыш Боҫтанаев билдәле. 1795 й. 108 кеше йәшәгән, 1865 й. 75 йортта — 361 кеше. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, һыу тирмәне булған. 1906 й. ш. уҡ мөгәзәй теркәлгән.

Ф.Ф.Абазов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019