Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БӘТКЕ, Туймазы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 775

БӘТКЕ, Туймазы р‑нындағы ауыл, Кәкребаш а/ с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 23 км алыҫлыҡта Ыҡ й. (Кама й. басс.) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 477 кеше; 1920 — 501; 1939 — 386; 1959 — 241; 1989 — 108; 2002 — 122; 2010 — 146 кеше. Татарҙар, башҡорттар йәшәй (2002).

Ауылға Ҡазан даруғаһы Ҡырғыҙ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1752 й. (керҙәшлек килешеүе б‑са бында типтәрҙәр һәм хеҙмәтле татарҙар килеп урынлашҡан) алып билдәле. 1795 й. 15 йортта 82 кеше йәшәгән, 1865 й. 58 йортта — 232 кеше. Малс‑ҡ, игенселек м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище, 2 һыу тирмәне булған.

Ш.У.Сәмиғуллина, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019