Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙӘШ МАЛ ҮҪТЕРЕҮ

Просмотров: 1241

ЙӘШ МАЛ ҮҪТЕРЕҮ, юғары продуктлы мал алыуға йүнәлтелгән зоотехник саралар комплексы. Башҡортостанда Й.м.ү. б‑са фәнни тикшеренеүҙәр Аграр университетта, Ауыл хужалығы институтында һ.б. алып барыла. Респ. хужалыҡтарында, уларҙың махсуслашыуын иҫәпкә алып, Й.м.ү. төрлө схемаларын ҡулланалар. Йәш һыйыр малын үҫтереү технологияһы малдың продуктлылыҡ йүнәлешен һәм тоҡом үҙенсәлектәрен иҫәпкә алып билдәләнә. Һөт йүнәлешле таналарҙы үҫтергәндә быҙауҙарға һыйыр ыуыҙы (тәүге 5—7 көндә), айыртылмаған һәм айыртылған һөт эсерәләр, мал аҙығының башҡа төрҙәрен ашаталар (ҡара: Ауыл хужалығы малдарын ашатыу). Ит тоҡомло быҙауҙарҙы 6—8 айлыҡ булғансы имеүҙән айырмайҙар (инәләре м‑н бергә тоталар). 18—20 айлыҡ көтөүҙе тулыландырыр өсөн аҫралған таналарҙың оптималь тере ауырлығы 350—380 кг, ит алыр өсөн үҫтерелгән йәш малдыҡы — 430—450 кг. Ит тоҡомло (абердинангус тоҡомо, аҡ башлы ҡаҙаҡ тоҡомо, герефорд тоҡомо, лимузин) йәш малдың уртаса тәүлек артымы 1000 г ашыу була, был йәштә уның тере ауырлығы 500—600 кг етә. 20 б. 70—80‑се йй. Й.м.ү. айыртылмаған һөт алмаштырғысын ҡулланыу өйрәнелә (Ғ.Р.Сәғәҙәтов, Т.Ә.Фәритов). 1995—2003 йй. респ. ит етештереүҙең интенсив технологияларын ҡулланған хужалыҡтарында үткәрелгән тикшеренеүҙәр һөҙөмтәһендә ит һәм ҡатнаш тоҡомдарҙың йәш малды 15—18 айлыҡ саҡта мал аҙығының сағыштырмаса түбән сығымы м‑н 400—500 кг еткәнлеге билдәләнә (Н.Г.Фенченко). Сусҡасылыҡта бер, ике, өс фазалы үҫтереү технологиялары файҙаланыла. Интенсив типтағы тауар хужалыҡтарында бер фазалы технологияны (ояла үҫтереү) ҡулланалар, был осраҡта сусҡа балаларын инәләре м‑н бергә тоталар, инәләренән айырғас, уларҙы үҫтереү һәм һимертеү өсөн инә сусҡа станоктарында ҡалдыралар. Махсуслашҡан хужалыҡтарҙа ике фазалы (имеҙеү һәм үҫтереп еткереү осоронда сусҡа балаларын бер станокта тоталар, аҙаҡ һимертеү өсөн тәғәйенләнгән бүлмәләргә күсерәләр), махсуслашмаған хужалыҡтарҙа өс фазалы (сусҡа балаларын 30—60 көнлөк булғансы инәләре м‑н, һуңынан 4 айлыҡ булғансы үҫтереү өсөн тәғәйенләнгән бүлмәлә тоталар, артабан һимертеү өсөн тәғәйенләнгән бүлмәгә күсерәләр) технология ҡулланалар. Тулыландырыу өсөн үҫтерелгән йәш малдың уртаса тәүлек артымы 500 г, 10 айлыҡ саҡта тере ауырлығы 110—150 кг кәм булырға тейеш түгел. 1970—2001 йй. респ. хужалыҡтарында сусҡа балаларын ояла үҫтереү б‑са тикшеренеүҙәр үткәрелә һәм тәҡдимдәр эшләнә (А.В.Близнецов, А.А.Седых). Был технологияны ҡулланыу уртаса тәүлек артымын 15—20%‑ҡа, йәш малдың именлеген 5—8%‑ҡа арттырырға мөмкинлек бирә. Һарыҡсылыҡта бәрәстәрҙе айырым секцияларҙа үҫтереү технологияһы (ул 80‑се йй. уйлап табылған) — респ. хужалыҡтарында индерелгән иң һөҙөмтәле технология (Р.С.Йәнекәев, Р.Р.Ибраһимов, Ф.Ә.Исламов, Р.Н.Сәмиғуллин). Бәрәстәрҙе тыуғандан алып инәләренән айырым секцияларҙа тоталар, имеҙер өсөн генә ҡушалар, 2 айлыҡ булғас, тулыһынса айыралар. Бер үк ваҡытта йәш малды үҫемлек аҙығы ашарға өйрәтәләр. Был технологияны иртә ҡышҡы бәрәсләү м‑н берлектә ҡулланыу йәш малдың тере ауырлығын тыуған йылында 30—45 кг еткерергә һәм уларҙан 0,8—1,2 кг бәрәс йөнө алырға мөмкинлек бирә. Һөт йылҡысылығында ҡолондарҙы бер айлыҡ булғансы тәүлек әйләнәһенә имеҙеп, инәләре м‑н тоталар. Махсуслашҡан ҡымыҙ фермаларында 30—35 көнлөк булғас, уларҙы инәләренән 18—21 сәғәткә айыра башлайҙар (төндә бергә тоталар). Өйөрҙә тотҡанда ҡолондарҙы 40—45 көнлөк булғансы тәүлегенә 12—14 сәғәткә айыралар, ҡалған ваҡытта бергә көтәләр (ҡара: Өйөр йылҡысылығы). 20 б. 30—40‑сы йй. И.А.Сайгин Й.м.ү. бейәләрҙе һауыу м‑н берләштерелгән технологияһын эшләй. А.х. ҡоштарын үҫтереү, аҫрау һәм ашатыу технологияһы б‑са эш алып барыла (Р.Р.Ғәҙиев, Р.С.Ғиззәтуллин, Т.Ф.Сәйетбатталов, А.Р.Фәррәхов, Е.И.Шевченко һ.б.). Ҡошсолоҡта үҫтерелгән йәш тауыҡтарҙы 17 аҙналыҡ булғансы ситлекле батареяларҙа аҫрайҙар, һуңынан төп көтөүгә күсерәләр. Бала ҡоштарҙың кросына, йәшенә ҡарап, бер ситлектә 16—70 баш тоталар. Тәүге 2 аҙнала көнөнә 5—6 тапҡыр ҡоро ҡатнаш аҙыҡ һәм болғатмалар (ҡара: Концентрат мал аҙыҡтары) бирәләр. Бройлер себештәрҙе ситлекле батареяларҙа 6 аҙна буйы, тере ауырлыҡтары 1600—1800 г еткәнсе, тоталар, ш. уҡ 1 м2 18—20 баш урынлаштырып иҙәндә үҫтереү ысулын ҡулланалар. Өйрәктәрҙең көтөүҙе яңыртыу өсөн үҫтерелгән бәпкәләрен 150 көнлөк булғансы ялан аҙбарҙа туҡлыҡлы һәм һутлы мал аҙыҡтары ҡулланып, ҡаҙҙарҙыҡын — 230—310 көн үҫтерәләр, тәүге айҙа уларҙы бинала иҙәндә аҫрайҙар һәм башлыса ҡатнаш аҙыҡ ашаталар, һуңынан ялан аҙбарҙа аҫрауға күсерәләр. Бройлер өйрәк һәм ҡаҙ бәпкәләрен 7—8 аҙналыҡ булғансы туҡлыҡлы аҙыҡ ҡулланып иҙәндә йәки ҡатнаш аҙыҡ ашатып үҫтерәләр (был ваҡытҡа өйрәк бәпкәләренең тере ауырлығы — 2,2—2,5 кг, ҡаҙ бәпкәләренеке 3,5— 4,0 кг етә). Шулай уҡ ҡара: Малсылыҡ, Зоотехния.

Әҙәб.: Мурсалимов В.С., Сатыев Б.Х. Башкирская лошадь. Уфа, 1989; Фенченко Н.Г., Кутлин Н.Г., Швыденков В.А. Резервы увеличения производства и улучшения качества говядины. Уфа, 1999; Близнецов А.В. Производство свинины при интенсификации отрасли в условиях Южного Урала. М., 2002.

А.В.Близнецов, Р.С.Ғиззәтуллин, Ф.А.Исламов,

Ғ.Ш.Ҡорбанғәлиев, В.С.Мөрсәлимов

Тәрж. Г.А.Миһранова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019