Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПРАВОСЛАВИЕЛА БЛАЖЕННЫЙҘАР

Просмотров: 1416

ПРАВОСЛАВИЕЛА БЛАЖЕННЫЙҘАР, донъя рәхәтлектәренән, туғандарынан һәм дөйөм ҡабул ителгән йәшәү рәүешенән үҙ ирке м‑н баш тартҡан фиҙакәрҙәр. Монахлыҡ ҡабул итмәйенсә, аскеттарса йәшәү рәүеше (ҡара: Дини аскетизм) алып баралар, доға уҡыуға биреләләр. П.б. Алланан бүләккә әүлиәлек һәләте һәм аҡыл ала, тип иҫәпләнә, шуға күрә уларға дини әңгәмәләр ҡороу һәм кәңәштәр алыу өсөн мөрәжәғәт итәләр. Яңғыҙлыҡ йәһәтенән йөргөнсө, блаженный, халыҡтан айырым йәшәүселәр айырыла. П.б. араһында диуаналар айырым төркөм булып тора, уларҙы сиркәү халыҡ өмөттәрен сағылдырыусы тип ҡарай. Диуаналар күрәҙәлек итә, ғәҙелһеҙлекте фашлай; аңлы рәүештә үҙҙәрен аҡылдан яҙған кеше һымаҡ тота. Өфө епархияһында П.б. араһында иң билдәлеләре: хөрмәтләнеүсе изге булараҡ дан алған халыҡтан айырым йәшәгән Варвара; диуаналар Павла Бирская (Казанцева Параскева; ?—1891), Иулитта Уфимская (Зуева Иулитта Борисовна; 1807— 1903), Косьма Бирский (Колотов Кузьма Иванович; 1775—1882), бла‑ женный Михаил Дуванейский (Михаил Наумович; 1798—1876).

Әҙәб.: Подвижницы Уфимского Благовещенского женского монастыря игумения Филарета и раба Божия, юродивая Иулитта. Уфа, 1909.

Н.П.Зимина

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: