Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТӘБИҒИ ГАЗДАР

Просмотров: 1547

ТӘБИҒИ ГАЗДАР, ер ҡабығының ултырма ҡапламаһында осраған метан рәте углеводородтарының һәм углеводород булмаған берләшмәләренең тәбиғи янар ҡатнашмаһы. Тау тоҡомдарында күҙәнәктәрҙе һәм бушлыҡтарҙы тултыра, нефттә һәм ҡатлам һыуҙарында эретелә. Т.г. башлыса метандан (98%‑ҡа тиклем) һәм уның гомологтары — этан, пропан, бутан, изобутан, пентан һ.б. — тора; составында шулай уҡ углекислый газ, азот, көкөртлө водород, инерт газдар, һыу парҙары була. Ирекле (ятыштар, нефть ятыштарындағы газ “эшләпәләре” рәүешендә) һәм эретелгән (нефть менән сорбцияланған) төрҙәргә бүленә. БР‑ҙа Т.г. запастарының күпселек өлөшөн эретелгән (эйәрсен) нефть газдары тәшкил итә; нефттең газ менән туйындырылыуы 5‑тән алып 140 м3/т тиклем тирбәлә. Яғыулыҡ сәнәғәте һәм нефтехимия сәнәғәтендә сеймал булараҡ ҡулланыла. Республиканың нефть ятҡылыҡтарында (Грачи, Озёрки, Иҫке Казанковка һ.б.) эйәрсен газдарҙың бер өлөшө нефтте эретмә аша вертикаль (көмбәҙ) йүнәлештә ҡыҫырыҡлап ҡыуҙырыу юлы менән сығарыуҙы арттырыу өсөн файҙаланыла.

К.С.Баймөхәмәтов

Тәрж. Э.М.Юлбарисов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 24.11.2022
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: