Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГАЗ СӘНӘҒӘТЕ

Просмотров: 1664

ГАЗ СӘНӘҒӘТЕ, яғыулыҡ сәнәғәтенең тәбиғи газдарҙы сығарыу, ташыу һәм эшкәртеүҙе үҙ эсенә алған тармағы. Респ. Г.с. үҫеше газ ятҡылыҡтарын һәм нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереүгә бәйле. Ишембай нефть ятҡылығын эшкәртеп бөткәндән һуң сәнәғәт пр‑тиеларын, торлаҡ һәм коммуналь-көнкүреш объекттарын газ менән тәьмин итеү өсөн тәбиғи газ файҙаланыла башлай. 1953 й. тәүге Туймазы —Өфө—Черниковск магистраль газ торбаһы (ҡара: Магистраль газ торбалары), 1958 й. Шкапов—Бәләбәй—Түбәнкүл, 1963 й. Шкапов—Салауат—Ишембай—Белорет—Магнитогорск  газ торбалары төҙөлә. 1940 й. 12,9 млн м3 тәбиғи газ табылған; 1960 — 1336; 1980 — 1187; 2000 — 386; 2010 — 369 млн м3. Тәбиғи газдың  95%‑тан ашыуы респ. Көнбайыш Себерҙән килә. Магистраль газ торбаларының оҙонлоғо 4,7 мең км ашыу (2011). Газ ятҡылыҡтарын эшкәртеү һәм файҙаланыуҙы “Башнефть” АНК бүлексәләре алып бара; газ ташыуҙы “Газпром трансгаз Уфа” һәм “Газ-Сервис” пр‑тиелары, эшкәртеүҙе нефть эшкәртеү сәнәғәте һәм нефть химияһы сәнәғәте (ҡара: Углеводород газдар) пр‑тиелары башҡара. Г.с. өсөн белгестәр Нефть техник университетында, Ишембай нефть колледжында, Нефтекама нефть колледжында, Октябрьский нефть колледжында, Яғыулыҡ-энергетика колледжында әҙерләнә.

И.В.Гурьянова

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 28.01.2020