Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ПРАВОСЛАВИЕЛА ИР‑АТТАР ҺӘМ ҠАТЫН-ҠЫҘҘАР ЙӘМҒИӘТТӘРЕ

Просмотров: 1202

ПРАВОСЛАВИЕЛА ИР‑АТТАР ҺӘМ ҠАТЫН‑ҠЫҘҘАР ЙӘМҒИӘТТӘРЕ, православие ҡорамдары эргәһендә диндарҙарҙың миссионерлыҡ, мәғрифәтселек, хәйриә маҡсаттары м‑н ойошторолған йәмғиәттәре. Йәмғиәттәр тәүге тапҡыр 15—17 бб. Белоруссия, Украина, Литва, Чехия терр‑яларында булдырыла, улар ка‑ толицизмдың әүҙем таралыуы шарттарында православиеның таянысы була; 18 б. дини һәм сәйәси әһәмиәтен юғалта. 19 б. уртаһында Рәсәйҙә расколдың көсәйеүе һәм секталар һаны артыуы йәмғиәттәргә ҡыҙыҡһыныуҙы арттыра, улар 1864 й. Изге Синод тарафынан эшләнгән “Православие сиркәү Йәмғиәттәрен ойоштороу өсөн төп ҡағиҙәләр” нигеҙендә барлыҡҡа килә башлай. Өфө епархияһында тәүгеләрҙән булып Златоуст ҡ. Изге Троица соборы эргәһендә Изге Троица йәмғиәте (1868) асыла, ул старообрядсылыҡ м‑н көрәшә, дини мәғрифәтселек м‑н шөғөлләнә. 1896— 1918 йй. Воскресение кафедраль соборы эргәһендә идара иткән архиерей рәйеслеге аҫтында Өфө епархия Христос Воскресениеһы Йәмғиәте эшләй, уның 4 бүлеге була: миссионерлыҡ, мәғрифәтселек, попечителлек һәм ойоштороу. Ул расколға ҡаршы эште көйләй, епархия һәм өйәҙ миссионерҙары вазифаларын булдыра. 3 йыллыҡ псаломсылар әҙерләү класы, Өфө һаңғырау‑телһеҙҙәр училищеһы, Өфө дини семинарияһының тарих һәм мосолманлыҡты фашлау каф. уның аҡсаһына эшләй. Йәмғиәт 200‑ҙән ашыу ҡорамды төҙөүҙә һәм реставрациялауҙа ҡатнаша, фәҡир сиркәүҙәрҙең руханиҙарына аҡсалата ярҙам күрһәтә. 19 б. аҙ. – 20 б. башында бик күп айыҡ тормош йәмғиәттәре асыла, улар вәғәздәр, лекциялар, мәхәлләселәрҙең ялын ойоштороу аша айыҡ тормош рәүешен пропагандалай. 1901 й. Минзәлә өйәҙе сиркәүҙәре т‑да попечителлек итеү маҡсаты м‑н Минзәлә ҡ. Николай соборы эргәһендә “Өс ҡыуаныс” Пресвятая Богородицаһы хөрмәтенә Йәмғиәт булдырыла. 1917—23 йй. Архиерей йортоноң тәреле сиркәүе эргәһендә христиандарҙың үҙ‑үҙен тәрбиәләүе өсөн ойошторолған Заступница Усерднаяның “Бөтә хәсрәтлеләр Ҡыуанысы” Йәмғиәте әүҙем эшләй. 20‑се йй. Өфөлә фәҡирҙәргә һәм асығыусыларға ярҙам итер өсөн Николай соборы эргәһендәИоанн I етәкс. (1925 й. алып), Си‑ меон сиркәүе эргәһендә Андрей етәкс. (1926—27, рәсми түгел) эш иткән ҡатын‑ҡыҙ йәмғиәттәре була. 1992 й. алып Богородский‑Өфө сиркәүе эр‑ гәһендә Богородский‑Өфө Божья Матерь иконаһы хөрмәтенә Йәмғиәт эшләй, 1998 й. ул Крестовоздвижение сиркәүенә (2001 й. алып Крестовоздвижение йәмғиәте) күсерелә.

Әҙәб.: Празднование 100‑летия Уфимской епархии. 1800—1900. Уфа, 1900.

Н.П.Зимина

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: