Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГӘРӘЕВ Муса Ғайса улы

Просмотров: 3215

ГӘРӘЕВ Муса Ғайса улы [9.7.1922, БАССР‑ҙың Бәләбәй өйәҙе Иләкшиҙе а. (БР‑ҙың Илеш районы) — 17.9.1987, Өфө ҡ., Еңеү паркында ерләнгән], лётчик, гвардия полковнигы (1956). Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы (1945 й. 23 феврале һәм 19 апреле). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. М.В.Фрунзе исемендәге Хәрби академияны (1951) һәм СССР Ҡораллы Көстәре Генераль штабының Хәрби академияһын (1959; икеһе лә — Мәскәү ҡ.) тамамлаған. 1940 й. алып Совет армияһында. 1942 й. сентябренән Сталинград, Көньяҡ, 4‑се Украина һәм 3‑сө Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә.

  Ике тапҡыр Герой исеменә 1‑се һауа армияһы 1‑се гвардия штурмлау авиация дивизияһы 76‑сы гвардия штурмлау авиация полкының эскадрилья командиры гвардия капитаны, 1945 й. алып гвардия майоры Г. 164 (1944 й. авгусына ҡарата) һәм 207 (1945 й. мартына ҡарата) хәрби осошта күрһәткән батырлыҡтары өсөн лайыҡ була. 250 хәрби осош яһай. 1945 й. 24 июнендә Мәскәү ҡ. Еңеү парадында ҡатнаша. 1964 й. алып запаста. 1965—77 йй. ДОСААФ‑тың Башҡортостан өлкә комитеты рәйесе. СССР ЮС‑ының 2—4‑се саҡырылыш, БАССР ЮС‑ының 7—9‑сы саҡырылыш депутаты. Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ (1943, 1944, 1944), 3‑сө дәрәжә Богдан Хмельницкий (1945), Александр Невский (1944), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1945, 1985), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971), Ҡыҙыл Йондоҙ (1943, 1955, 1956) ордендары менән бүләкләнгән.

Рәсәй ДОСААФ‑ының авиация спорт клубына, 2‑се Өфө автомобиль мәктәбенә, Өфө мәктәп‑интернатына, теплоходҡа, Өфө, Стәрлетамаҡ, Нефтекама, Октябрьский, Сибай ҡҡ. урамдарға һ.б. Г. исеме бирелгән. Өфө ҡ. Г. һәйкәл (базальттан эшләнгән варианты Мәскәү ҡ. Третьяков галереяһында һаҡлана), ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған; йыл һайын Г. иҫтәлегенә бокс буйынса Бөтә Рәсәй турниры үткәрелә. Илеш районы Үрге Йәркәй һәм Иләкшиҙе аа. уға һәйкәл ҡуйылған, Гәрәев М. музейы асылған. Геройға “Шоңҡар” (1969, Башҡ. телевидениеһы), “Штурмовик” (2003, “Башҡортостан” ТРК ДУП) документаль фильмдары һ.б. арналған.

  Әҫәрҙ.: Ветераны остаются в строю. М., 1980; Штурмовики идут на цель. Уфа, 1990; Живу и помню. Уфа, 1997.

 Әҙәб.: Л и ч а к Н. От Миуса до Пиллау //Славные сыны Башкирии. Кн.1. Уфа, 1965; П а л ь Р. Есть у неба земля. Уфа, 1975; Муса Гареев: страницы жизни и подвига. Уфа, 1985.

Р.М.Камалов, Е.Ҡ.Шафиҡова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 08.02.2023