Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДҮШӘМБИКӘ, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 873

ДҮШӘМБИКӘ, Ҡыйғы р‑нындағы ауыл, Дүшәмбикә а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 11 км һәм Һилейә т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т.‑Көнб. табан 52 км алыҫлыҡта Дүшәмбикә й. (Ҡыйғы й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 882 кеше; 1920 — 1061; 1939 — 935; 1959 — 818; 1989 — 573; 2002 — 644; 2010 — 622 кеше. Татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто, китапхана бар.

Ауылға Себер даруғаһы Тырнаҡлы улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1752 й. керҙәшлек килешеүе б‑са мишәрҙәр Хәлил (тәүге төпләнеүсе Хәлил Әлкәнәев исеменән) исеме м‑н нигеҙ һала. 1795 й. (хәҙ. исеме м‑н) 4 йортта 29 кеше йәшәгән, 1865 й. 61 йортта — 429 кеше. Игенселек, малс-ҡ, умарт‑ҡ, балта эше, сабата үреү м-н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. мәсет, тимерлек, бакалея кибете теркәлгән. Т.Х.Вәлиев ошо ауылда тыуған.

 Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019