Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БЫҘАУЛЫҠ ӨЙӘҘЕ

Просмотров: 1371

БЫҘАУЛЫҠ ӨЙӘҘЕ, 1781 й. Өфө наместниклығы составында ойошторола. Өйәҙгә Ырымбур провинцияһының көнбайыш өлөшө инә. 1796 й. алып Ырымбур губернаһы, 1851 й. Һамар губернаһы составында. 18 б. аҙ. төньяҡта — Боғорослан өйәҙе, көнсығышта — Ырымбур өйәҙе, көньяҡта — Кесе ҡаҙаҡ йөҙө, көнбайышта Сергиевск өйәҙе м‑н сиктәш була. Адм. үҙәге — Быҙаулыҡ ҡалаһы. Майҙаны — 23772 км2 (1897). Халҡы: 1795 й. — 42074 кеше (ш. иҫ. башҡорттар — 1066), 1897 — 492952 (башҡорттар — 9887, мордвалар — 36502, немецтар — 3028, сыуаштар — 12556, татарҙар — 10404, урыҫтар — 409657 һ.б.), 1920 — 637,3 мең кеше. 19 б. аҙ. өйәҙҙә 471933 крәҫтиән иҫәпләнә, мещандар — 15635, дворяндар — 1227, сауҙагәрҙәр — 368 һ.б.; мосолмандар — 20799, православие динендәгеләр — 468024 (ш. иҫ. 6152 старообрядсы), протестанттар — 3010 һ.б. Идара итеүҙең кантон системаһы индерелгәс, өйәҙҙә 9‑сы башҡ. кантоны ойошторола. 1811 й. өйәҙҙә 166 торама пункт һәм 6 ҡәлғә була. 19 б. уртаһында башҡорттарҙың төп өлөшө 19 ауылда йәшәй. А.х. халыҡтың 77%‑ы мәшғүл була. 20 б. башында араҡы, сөгөлдөр эшкәртеү, 2 он тартыу һәм 8 йылҡысылыҡ заводы эшләй. Йыл һайын 13 йәрминкә үткәрелә. 19 б. 2‑се ярт. өйәҙ аша Ырымбур т. юлының бер өлөшө (Тростянка а. алып Яңы Сергиевский а. тиклем) үтә. 1919 й. Б.ө. Йомран‑Табын улусы АСБР‑ҙың Туҡ‑Соран кантоны составына инә. Өйәҙ 1920 й. бөтөрөлә, терр‑яһының күпселек өлөшө Ырымбур губ. составына инә.

Әҙәб.: Административ‑территориаль ҡоролош мәҡ. ҡарағыҙ.

П.В.Егоров, Г.Т.Әбйәлилова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Карта: БЫҘАУЛЫҠ ӨЙӘҘЕ

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019