Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АНТОШКИН Николай Тимофеевич

Просмотров: 2094

АНТОШКИН Николай Тимофеевич (19.12.1942, БАССР‑ҙың Фёдоровка районы Кузьминовка а. — 17.1.2021, Мәскәү ҡ., Мытищи ҡ. ерләнгән), лётчик, генерал‑полковник (1994). Советтар Союзы Геройы (1986). Хәрби фәндәр докторы (1996), профессор (1996). РФ‑тың атҡаҙанған хәрби лётчигы (1993). Совет‑Ҡытай сик буйы конфликтында (1969), Чехословакия (1968) һәм Польшала (1978—79) хәрби конфликттарҙа, Афғанстан (1988—89) һәм Төньяҡ Кавказда (1993—95) хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы. Ырымбур юғары хәрби авиация лётчиктар училищеһын (1965), Ю.А.Гагарин исемендәге Хәрби‑һауа академияһын (Мәскәү өлкәһенең Монино ҡсб, 1973), К.Е.Ворошилов исемендәге СССР Ҡораллы көстәре Генераль штабының Хәрби академияһын (Мәскәү ҡ., 1983) тамамлаған. 1961—91 йй. Совет армияһында, 1992 й. алып Рәсәй армияһында. 1983 й. башлап Үҙәк ғәскәрҙәр төркөмө авиацияһы командующийы. 1985 й. алып Киев хәрби округының Хәрби‑һауа көстәре штабы начальнигы, 1988 й. — Урта Азия, 1989 й. — Мәскәү хәрби округтарының Хәрби‑һауа көстәре командующийы. 1993 й. алып Рәсәй армияһының Фронт авиацияһы командующийы, 1997—98 йй. РФ‑тың Хәрби‑һауа көстәре баш командующийы урынбаҫары. Герой исеменә авиация генерал‑майоры А. Чернобыль АЭС‑ындағы авария эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашҡаны өсөн лайыҡ була. 1988—89 йй. Тажикстанда һәм Әрмәнстанда ер тетрәүҙән һуң ҡотҡарыу һәм тергеҙеү эштәре етәкселәренең береһе. 1991—92 йй. МиГ‑29 һәм Су‑27 самолёттары өсөн “Стрижи” һәм “Русские витязи” пилотаж төркөмдәрен әҙерләүгә етәкселек итә. 1998 й. алып отставкала. РФ Дәүләт думаһының 6—7‑се саҡырылыш депутаты. Ленин (1986), Ҡыҙыл Байраҡ (1988), 2‑се (1991) һәм 3‑сө (1977) дәрәжә “СССР Ҡораллы көстәрендә Тыуған илгә хеҙмәт иткәне өсөн”, 3‑сө (2013) һәм 4‑се дәрәжә ҡылыслы (1995, №1) “Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн”, Дуҫлыҡ (1999) ордендары, исемле һалҡын (1992) һәм атыу (1995) ҡоралы менән бүләкләнгән. А. исеме Күмертау ҡ. урамға һәм 1‑се гимназияға, Кузьминовка а. төп мәктәпкә бирелгән; 1‑се гимназия бинаһына уға мемориаль таҡтаташ, Кузьминовка а. бюст ҡуйылған (2010).

  Әҙәб.: Ф и л а т о в В. В час испытания //Генералы Башкортостана. Уфа, 1995; К о в а л е н к о А.П. Полководцы, военачальники, герои Земли Российской (1960—1998 гг.). М., 1998.

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

Ғ.Һ.Булатов, Г.Т.Хөсәйенова
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 26.01.2023