Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АРЫҪЛАНОВ Ғәфиәтулла Шаһимәрҙән улы

Просмотров: 1973

АРЫҪЛАНОВ Ғәфиәтулла Шаһимәрҙән улы (20.9.1915, Ырымбур губернаһы шул уҡ исемле өйәҙе 1‑се Кинйәабыҙ а., хәҙер БР‑ҙың Көйөргәҙе районы Кинйәабыҙ а., — 5.1.1945, Венгрия), танкист, гвардия майоры (1944). Советтар Союзы Геройы (1940). Арыҫлановтар нәҫеленән. 1939 й. Көнбайыш Украинала хәрби хәрәкәттәрҙә, 1939—40 йй. совет‑финлянд һәм Б.В. һуғыштарында ҡатнашыусы. В.И.Ленин исемендәге Ульяновск Ҡыҙыл Байраҡлы танк училищеһын тамамлаған (1941). 1937 й. алып Ҡыҙыл армияла. 1939 й. декабрендә — 1940 й. мартында Төньяҡ‑Көнбайыш фронтта хеҙмәт итә. 1941 й. башлап Чкалов танк училищеһында уҡыта. 1943 й. алып Көньяҡ‑Көнбайыш, Воронеж, Үҙәк, 2‑се һәм 3‑сө Украина фронттарында танк батальоны командиры, танк полкы командиры урынбаҫары. Герой исеменә 13‑сө армия 97‑се уҡсылар дивизияһы 136‑сы уҡсылар полкының танк башняһы атыусыһы А. 1940 й. 24 февралендә Кууста ҡалҡыулығы (Карелия) янындағы һуғышта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Ленин (1940), 1‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1944 й. ғинуары һәм феврале) ордендары менән бүләкләнгән. Тыуған ауылындағы урамға А. исеме бирелгән, уға һәйкәл, Ырымбур ҡ. аграр университет бинаһына Геройға барельеф һәм мемориаль таҡтаташ ҡуйылған (2010).

Әҙәб.: Б и к б а й Б. Танки идут на врага //Славные сыны Башкирии. Кн.2. Уфа, 1966.

Ғ.Һ.Булатов, А.Н.Пинтсон

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 27.01.2023