Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АНДРИАНОВ Юрий Анатольевич

Просмотров: 1154

АНДРИАНОВ Юрий Анатольевич (13.2.1953, Өфө — 21.8.2007, шунда уҡ), шағир, тәржемәсе. БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре (2001). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1988). М.Горький ис. Әҙәбиәт ин‑тын тамамлағандан һуң (Мәскәү, 1980) “Китап” нәшриәтендә эшләй. 1998—2007 йй. “Бельские просторы” ж. баш мөхәррире. “Көндәр” (“Дни”) исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1984 й. сыға. Ижадының төп темалары — тормош юлын һәм бәхет эҙләү, кешенең тәғәйенләнеше. “Һинең ихтыярың буйынса” (“По воле твоей”; 1992) шиғырҙар китабы әхлаҡи проблемаларҙың киҫкенлеге м‑н айырылып тора, ерҙәге барлыҡ тереклектең үҙ‑ара бәйләнешен аңлаусы замандаштың донъяға ҡарашын еткерә. Н.Ғәйетбай, М.Кәрим, Н.Нәжми, Ф.А.Рәхимғолова, Ғ.Б.Хөсәйенов һ.б. әҫәрҙәрен урыҫ теленә тәржемә иткән. С.Злобин ис. (2000), Ф.Кәрим ис. (2002) пр. лауреаты.

Әҫәрҙ.: Под весенней звездой: стихи и поэма. Уфа, 1987; Зимний ветер: стихотворения. Уфа, 2003; По тропе жизни: стихи. Уфа, 2008.

М.Ф.Ғәйнуллин

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: