Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АБЛАЙ, Туймазы р‑нындағы ауыл

Просмотров: 965

АБЛАЙ, Туймазы р‑нындағы ауыл, Кәкребаш а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Туймазы т. юл ст. Т. табан 21 км алыҫлыҡта Ыҡ й. (Кама й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 409 кеше; 1920 — 527; 1939 — 595; 1959 — 366; 1989 — 230; 2002 — 280; 2010 — 315 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Урта мәктәп, фельдшер‑акушерлыҡ пункты, китапхана, мәсет бар.

Ауылға Бәләбәй өйәҙе Ҡырғыҙ улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 1786 й. билдәле. Тәүге төпләнеүсенең исеме м‑н аталған, уның улы Ихсан Аблаев билдәле. 18 б. аҙ. — 19 б. башында керҙәшлек килешеүе б‑са бында мишәрҙәр һәм хеҙмәтле татарҙар йәшәгән, килешеү осоро үтеү м‑н улар күсеп киткән. 1795 й. 9 йортта 55 кеше йәшәгән, 1865 й. 31 йортта — 177 кеше. Игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, училище булған. 1906 й. һыу тирмәне, мөгәзәй теркәлгән.

Ш.У.Сәмиғуллина, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ю.Ғәримов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019