Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АРҠАУЫЛ, Салауат р‑нындағы ауыл

Просмотров: 1498

АРҠАУЫЛ, Салауат р‑нындағы ауыл, Арҡауыл а/ с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнб. 35 км һәм Кропачёво т. юл ст. (Силәбе өлк.) Т. табан 64 км алыҫлыҡта Йүрүҙән й. буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 1068 кеше; 1920 — 938; 1939 — 845; 1959 — 796; 1989 — 1279; 2002 — 1459; 2010 — 1439 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Арҡауыл урта мәктәбе, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто, китапхана, Ғарипов Р. музейы, мәсет бар.

Ауылға Себер даруғаһы Мырҙалар улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, 18 б. алып Монай (тәүге төпләнеүсенең исеменән, уның улдары Әсүәр, Исмәғил, Ҡолош һәм Мозафар Монаевтар билдәле) исеме м‑н билдәле. 1795 й. 15 йортта 101 кеше йәшәгән, 1865 й. 94 йортта — 528 кеше. Малс‑ҡ, игенселек, умарт‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 2 училище, һыу тирмәне, 10 сауҙа кибете булған; йәрминкәләр үткәрелгән. 1877—98 йй. осоронда ҡуртым килешеүе б‑са бында Өфө губернаһынан, Пермь губернаһынан һәм Вятка губернаһынан урыҫ крәҫтиәндәре килеп урынлаша (1898 й. 37 йортта 202 кеше). 1896 й. Монай (А.) булараҡ теркәлгән. 20 б. башынан 20 б. 50‑се йй. тиклем 2 торама пункт (Арҡауыл һәм Монай) булараҡ иҫәпкә алынған. 1906 й. А. сиркәү‑мәхәллә мәктәбе, земство мәктәбе һәм башҡ. мәктәбе, 3 һыу тирмәне, 2 тимерлек, шарап һәм 6 бакалея кибете, мөгәзәй теркәлгән, улус идараһы урынлашҡан, йәрминкәләр үткәрелгән (шөғөлдәр араһында урман кәсептәре, тирмән таштары яһау теркәлгән); Монайҙа мәсет билдәләнгән. Ауыл Дыуан кантонының үҙәге булған. А. янындағы Ҡыҙҙар тау — тәбиғәт ҡомартҡыһы. Р.Й.Ғарипов, Х.М.Йосопов, Т.Ғ.Ҡаймирасова, Г.С.Смолькин, С.Һ.Ханов, Э.Н.Хисамов, Р.Б.Шәйхисламов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019