Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БИОЛОГИК НОМЕНКЛАТУРА

Просмотров: 899

БИОЛОГИК НОМЕНКЛАТУРА, үҙ‑ара дөйөм сығышы менән бәйле тере организмдарҙың (хайуандар, үҫемлектәр, бәшмәктәр һәм микроорганизмдар) систематик төркөмдәренең фәнни атамалар системаһы. Хәҙерге Б.н. нигеҙҙәре төрҙәрҙең латин телендәге атамалары өсөн беренсе булып бинар комбинациялар тәҡдим иткән К.Линней тарафынан һалына (18 б. уртаһы), 1‑се һүҙе төркөм атамаһы, 2‑сеһе — төрҙөң исеме; аҙағында төрҙөң исемен тәҡдим иткән ғалимдың фамилияһы күрһәтелә, мәҫәлән, Urtica dioica (ике өйлө кесерткән). Һәр төрҙөң үҙенең ике өлөштән торған бер генә законлы исеме бар. Организмдарҙың фәнни атамаларының берҙәмлеген, тотороҡлоғон һәм универсаллеген тәьмин итә. Халыҡ-ара номенклатура кодексы (ботаник, зоологик һ.б.) тарафынан регламентлана. Б.н. шулай уҡ үҫемлектәр бергәлеге (1930‑сы йй. алып), күҙәнәк органоидтары, ферменттар һ.б. системалаштырыу өсөн эшләнгән. Башҡортостанда 90‑сы йй. В.А.Книсс тарафынан ногохвосткалар (Collembola) отрядына ҡараған бөжәктәрҙең яңы төрҙәре тасуирлана, уларға Schaefferia baschkirica Kniss, Philotella olgae Kniss тигән атамалар бирелә.

А.А.Мулдашев

Тәрж. Ә.Ә.Барлыбаева

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 23.12.2022