Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ФЕРМЕНТТАР

Просмотров: 1521

ФЕРМЕНТТАР (лат. Fermentum — әсетке), э н з и м д а р, тере организмдарҙың үҙенсәлекле аҡһымдары, биол. катализатор булып торалар. Фермент әүҙемлегенә ш. уҡ РНК эйә. Ябай (аминокислоталарҙан тора) һәм ҡатмарлы, ш. уҡ үҙгәрешһеҙ (күҙәнәктәрҙә даими синтезлана) һәм индукцияланыусы Ф. (уларҙың биосинтезы ярашлы субстраттар йоғонтоһонда әүҙемләшә); структур ойошторолоуы б‑са — бер полипептид сылбырҙан (мәҫ., лизоцим), дисульфид күперҙәр ярҙамында тоташҡан (химотрипсин) бер нисә сылбырҙан торған Ф.; оҡшаш (мускул фосфорилазаһы) йәки төрлө (аспартат‑карбамоилтрансфераза) субберәмектәрҙән барлыҡҡа килгән, ковалент булмаған бәйләнештәр м‑н тоташҡан олигомер Ф.; полипептид сылбыры бер нисә функциональ тоташҡан Ф. әүҙем үҙәктәрен барлыҡҡа килтергән полифункциональ фермент ансамблдәре айырыла. Ф. кластары гидролаза, изомераза, лиаза, лигаза, оксидоредуктаза, трансферазаларға айырып йөрөтөлә. Ф. төрлө матдәләрҙе билдәләү һәм синтезлау, ген инженерияһы ысулдары м‑н нуклеин кислоталары молекулалары модификацияларын алыу өсөн, ҡайһы бер ауырыуҙарҙы диагностикалау һәм дауалауҙа, ш. уҡ фарм., еңел сәнәғәттә, аҙыҡ‑түлек сәнәғәтендә ҡулланыла. Башҡортостанда энзимология өлкәһендә тикшеренеүҙәр 20 б. 70‑се йй. алып үткәрелә. Биология институтында (Ф.Х.Хәзиев етәкс.) тупраҡтың төрлө типтарының ферментатив әүҙемлеге, Биохимия һәм генетика институтында (И.В.Максимов, Е.А.Черепанова һ.б.) — бойҙайҙың фитопатоген бәшмәктәргә ҡаршы тороусанлығын көйләүҙә Ф. (мәҫ., оксидоредуктазаларҙың) роле, Медицина университетында (Э.Ғ.Дәүләтов, Ф.Х.Камилов һ.б.) бешеү йәрәхәттәре булғанда Ф. каталитик үҙенсәлектәре өйрәнелә.

Әҙәб.: М а к с и м о в И.В., Ч е р е п а н о в а Е.А. Про‑/антиоксидантная система и устойчивость растений к патогенам // Успехи современной биологии. 2006. Т.126. №3.

О.Е.Мостафина

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019