Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БИБИНУР, люцерна сорты

Просмотров: 935

БИБИНУР, күк гибридлы люцерна сорты. 1995 й. Р.С.Йәнекәев, Ғ.Ҡ.Зарипова, Х.Ғ.Кашапов (БНИПТИЖиК) Бөтә Рәсәй үҫемлекселек ин‑ты (С.‑Петербург) өлгөләрен яңынан ирекле һеркәләндереү юлы м‑н алынған люцернаның гибридлы популяцияһынан индивидуаль‑ғаиләле һайлап алыу ысулы м‑н сығарған. Ярым төҙ ҡыуаҡ, бейеклеге 60—80 см. Һабағы ботаҡлы, 17 быуынлы. Япраҡлылығы 42—53%. Япрағы кире йомортҡа формаһында, бер аҙ төклө. Сәскәһе төрлө төҫмөрҙәге шәмәхә төҫөндә. Сәскәлеге — уртаса һирәклектәге тәлгәш. Ҡуҙағы спираль һымаҡ, һоро төҫтә. Орлоғо бөрө һымаҡ, асыҡ һоро төҫтә. 1000 орлоғоноң ауырлығы 2,0—2,5 г. Уртаса өлгөрөүсе сорт; һыуыҡҡа, ҡоролоҡҡа, онло ысыҡҡа һәм фузариоз тамыр серегенә сыҙамлы. йәшел массаһының 2 сабыуға уртаса уңдырышлылығы 338 ц/га; йәшел масса составында (ҡоро матдәгә күсереп иҫәпләгәндә) 20,5% сей протеин бар (Өфө тәжрибә‑производство хужалығы, 1989—93). БР‑ҙа 2000 й. ҡулланылышҡа индерелгән, орлоҡ өсөн — Урал аръяғы дала зонаһында, Урал алды дала зонаһында һәм көньяҡ урман‑дала зонаһында, мал аҙығы өсөн бөтә ауыл хужалығы зоналарында үҫтерелә.

Ғ.Ҡ.Зарипова

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019