БАТЫР, спорт клубы
1282
“БАТЫР”, Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводының спорт клубы. Өфөлә 1961—99 йй. эшләй. Стадионы, спорт залы, саңғы базаһы, тренажёр залы була. Ауыр атлетика, еңел атлетика, ишкәк ишеү, өҫтәл теннисы, саңғы ярышы б‑са секциялар эшләй. 57 СССР һәм Рәсәй спорт мастеры әҙерләнгән. Клуб тәрбиәләнеүселәре араһында В.В.Дурнев, ишкәк ишеү б‑са СССР чемп. (1986, 1988) Л.Н.Прокаев. “Б.” м‑н ауыр атлетика б‑са 17 СССР спорт мастерын әҙерләгән тренер Л.Н.Копнин эшмәкәрлеге бәйле.
И.И.Бережной
Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Энциклопедиялар:
Связанные статьи: