Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“АЛПАМЫША МЕНӘН БАРСЫНҺЫЛЫУ”

Просмотров: 1691

АЛПАМЫША МЕНӘН БАР СЫНҺЫЛЫУ”, башҡ. һүҙ сәнғәте ҡомартҡыһы, эпос. Шиғри‑сәсмә формала йәшәп килә. Тәүге тапҡыр 19 б. аҙ. — 20 б. башында Ырымбур губ. А.Г.Бессонов тарафынан яҙып алына. Эпостың “Алпамыша”, “Алтыйәшәр Алпамыша” һ.б. исемле варианттарын М.А.Буранғолов, С.Ә.Галин, К.Мәргән, С.Ф.Миржанова, М.М.Сәғитов, С.Ғ.Сафуанов, Н.Д.Шоңҡаров һ.б. яҙып ала. Уларҙы Алпамыша һәм Барсынһылыуҙың батырлығына бәйле дөйөм сюжет берләштерә. Эпос батыр көсөнә һәм ғәҙәти булмаған матурлыҡҡа эйә геройҙарҙың мөғжизәле тыуыуы һәм бала сағы, уларҙың никах алдынан ҡара‑ҡаршы көрәше хаҡында бәйән итә. Алпамыша һәм Барсынһылыуҙың алыш мотивы эпостың яҙып алынған барлыҡ варианттарында ла тиерлек тотороҡло һаҡлана һәм матриархат м‑н патриархат араһындағы оҙайлы көрәштең образлы сағылышы булып тора; Алпамышаның еңеүе м‑н тамамланған алыш матриархаттың еңелеүен кәүҙәләндерә. Герой тыуған илде яҡлау мәсьәләһен дә уңышлы хәл итә. Алпамыша үҙ власы аҫтында халыҡты берләштерә, илдә тыныслыҡ һәм ғәҙеллекте тергеҙә. Геройҙың имен‑һау әйләнеп ҡайтыуы һәм уның кейәүҙәр ярышында ҡабат еңеүенә бәйле сюжет байтаҡ халыҡтарҙың эпосына хас. Эпостың өлөштәре һамаҡ стилендә башҡарыла. Көй варианттарын Шоңҡаров яҙып ала, К.Й.Рәхимов нотаға һала. Эпостың БР‑ҙа, Силәбе, Һамар, Һарытау, Ырымбур өлк. яҙып алынған 30‑ға яҡын варианты Ғилми архивта һаҡлана. Башҡа төрки телле халыҡтар фольклорында йәшәп килә.

Әҙәб.: Мәргән К. Башҡорт халҡының эпик ҡомартҡылары. Өфө, 1961; Башҡорт халыҡ ижады. 4-се т. Эпос. Өфө, 1999; Башкирское народное творчество. Т.1. Эпос. Уфа, 1987.

С.Ә.Галин, Б.Ғ.Әхмәтшин

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019