Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БЛЮХЕР Василий Константинович

Просмотров: 1423

БЛЮХЕР Василий Константинович (19.11.1890, Ярославль губернаһы Барщинка а. — 9.11.1938, Мәскәү ҡ.), хәрби эшмәкәр. Советтар Союзы Маршалы (1935). 1916 й. алып РСДРП ағзаһы. Беренсе донъя һәм Граждандар һуғыштарында ҡатнашыусы. 1914—16 йй. һәм 1917 й. рус армияһында; 1918 й. алып РККА‑ла. 1917 й. декабренән Силәбе ХРК рәйесе. 1918 й. апрель— июнендә Ырымбур ҡ. революцион ғәскәрҙәр командующийы, август—сентябрҙә Йыйылма Урал отряды походына етәкселек итә. Октябрҙән 4‑се Урал (ноябрҙән башлап 30‑сы), 1920 й. август—ноябрендә 51‑се уҡсылар дивизияһы начальнигы. 1921 й. башлап Алыҫ Көнсығыш республикаһының Халыҡ‑революцион армияһында, Петроград нығытылған районында һәм Украина хәрби округында командирлыҡ вазифаларында, 1924—27 йй. Ҡытайҙа революцион хөкүмәттең баш кәңәшсеһе. 1929 й. алып Айырым Ҡыҙыл Байраҡлы Алыҫ Көнсығыш армияһы, 1938 й. Алыҫ Көнсығыш фронты командующийы. Бөтә Рәсәй ҮБК‑ның 9—10‑сы саҡырылыш, СССР ҮБК‑ның 15—16‑сы саҡырылыш ағзаһы, СССР ЮС‑ының 1‑се саҡырылыш депутаты. 1934—38 йй. ВКП(б) ҮК ағзалығына кандидат. Ленин (1931, 1938), Ҡыҙыл Байраҡ [1918 (№1), 1921 й. феврале һәм июне, 1928], Ҡыҙыл Йондоҙ (1930, №1) ордендары, Почётлы революцион ҡорал (1920) менән бүләкләнгән. Репрессиялана (1938), атыла. 1956 й. аҡлана. БР торама пункттарындағы урамдарға Б. исеме бирелгән, Белорет ҡ. уға һәйкәл ҡуйылған.

Әҫәрҙ.: Статьи и речи. М., 1963.

Әҙәб.: Душенькин В. От солдата до маршала. М., 1964; Дайнес В.О. В.К.Блюхер — страницы жизни (к 100‑летию со дня рождения). М., 1990.

Е.П.Асабин, И.Ф.Плотников

Тәрж. Д.К.Үзбәков

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 06.10.2022