Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЙЫЙЫЛМА УРАЛ ОТРЯДЫ ПОХОДЫ

Просмотров: 1548

ЙЫЙЫЛМА УРАЛ ОТРЯДЫ ПОХОДЫ, 1918 й. 18 июленән 12 сент. тиклем ҡыҙылдар ғәскәренең Ырымбур губернаһы һәм Өфө губернаһы терр‑яһы аша ҡамауҙан сығыуы. Йыйылма Урал отряды составына Урал (ком. В.К.Блюхер), Көньяҡ (Н.Д.Каширин), Белорет (Н.Баранов), Верхнеурал (Ф.Г.Пичугин) һәм Троицк (Н.Д.Томин) отрядтары инә. Ҡамауҙан сығыуға юл ҡуймау өсөн Себер армияһы етәкселеге Верхнеурал фронтын (командующийы ген.‑майор В.Н.Шишкин) ойоштора, уның составына 1‑се һәм 5‑се Башҡ. пехота полктары, Тамъян‑Ҡатай ирекле отряды (хәрби көстәрҙең командующийы Ә.Б.Ҡарамышев) һәм 3 казак полкы инә. 29 июлдә Йыйылма Урал отряды Верхнеурал ҡ. килә һәм башҡорттар м‑н казактарҙың ҡаршылығына осрап, 3 авг. Белорет заводы а. сигенә; 6 полкка берләштерелә, авг. уртаһында уға Архангел (ком. В.Л.Дамберг) һәм Богоявленск (М.В.Калмыков) отрядтары (10,5 мең кеше булып китә) ҡушыла. 5 авг. отряд Өфө тракты буйлап Һамар—Златоуст т. юлына табан, артабан Ағиҙел й. уң яры буйлап китә. Барған юлында ҡыҙылдар Верхнеурал, Орск, Стәрлетамаҡ һәм Өфө өйәҙҙәрендә йәшәгән башҡ. халҡын йәберләй. Ҡыҙыл отрядтарға ҡаршы тороу өсөн Башҡорт ирекле отрядтары ойошторола. 11 авг. Стәрлетамаҡ өйәҙе Петровский а. 1‑се Башҡ. кавалерия полкына, башҡ. ирекле отрядтарына һәм казактарға, 12 авг. Стәрлетамаҡ ҡ. янында гарнизон частарына, 18—22 авг. Ағиҙел, Еҙем, Эҫем йй. араһында 3‑сө Башҡ. пехота полкына һәм 3‑сө Ырымбур казак див., 29 авг. Иглин ст. эргәһендә 1‑се чех ротаһына, 1‑се Башҡ. кавалерия полкына һәм поляк легионына ҡаршы һуғыштарҙан һуң Шаҡша ст. алып Көҙөй разъезына тиклемге т. юлдың бер өлөшөн сафтан сығара. 2—3 сент. Красная Горка а. янында отряд Өфө й. уң ярына сыға һәм 12 сент. Поляковка а. эргәһендә Көнсығыш фронтҡа ҡараған 3‑сө армияның алғы частарына ҡушыла. Йыйылма Урал отряды командующийҙары: Каширин (16 июлдән), Блюхер (2 авг. алып).

Р.С.Таймаҫов

Тәрж. М.Х.Хужин

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019