Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АЙБҮЛӘК, Уҡашйылға, Яңауыл р‑нындағы ауыл

Просмотров: 682

АЙБҮЛӘК, Уҡашйылға, Яңауыл р‑нындағы ауыл, Байғужа а/с ҡарай. Район үҙәгенән һәм Яңауыл т. юл ст. К.‑Көнб. табан 16 км алыҫлыҡта урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 896 кеше; 1920 — 1151; 1939 — 776; 1959 — 684; 1989 — 273; 2002 — 246; 2010 — 285 кеше. Башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты, мәсет бар.

Ауылға Уҫы даруғаһы Уран улусы башҡорттарының аҫаба ерҙәрендә 1733 й. керҙәшлек килешеүе б‑са яһаҡлы татарҙар Уҡаш исеме м‑н нигеҙ һала. 1795 й. 203 кеше йәшәгән, 1865 й. (хәҙ. исем м‑н) 95 йортта — 552 кеше. Игенселек, малс‑ҡ, урман кәсептәре м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет, 25 сауҙа кибете булған; йәрминкәләр үткәрелгән. 1906 й. мәсет, земство мәктәбе (урыҫ‑татар), шарап, һыра һәм 5 бакалея кибете теркәлгән; йәрминкәләр үткәрелгән. В.Ф.Мерзляков, Р.Ғ.Миңлебаев ошо ауылда тыуған.

Х.Х.Мөҙәрисов, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ю.Ғәримов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019