МЕРЗЛЯКОВ Владимир Филиппович
МЕРЗЛЯКОВ Владимир Филиппович (23.3.1949, БАССР‑ҙың Яңауыл районы Айбүләк а.), инженер‑нефтсе. Техник фәндәр докторы (2004). РФ Яғыулыҡ һәм энергетика министрлығының атҡаҙанған хеҙмәткәре (1994), БР‑ҙың атҡаҙанған нефтсеһе (2000), РФ‑тың почётлы нефтсеһе (1998). Ҡазан университетын тамамлаған (1972). 1974 й. алып “Арланнефть” НГДУ‑һының начальник урынбаҫары, өлкән инженеры, өлкән геологы, цех начальнигы, 1985 й. — партия комитеты секретары, 1987 й. — “Аксаковнефть” НГДУ‑һы ЯСЙ начальнигы, 2005 й. — “Геопроект” ЯСЙ директоры урынбаҫары; 2007—22 йй. ӨДНТУ‑ла. Фәнни‑производство эшмәкәрлеге нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереү менән бәйле. М. етәкселегендә скважиналарҙа ремонт‑изоляция эштәре, ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыу технологиялары индерелә. Арлан нефть ятҡылығын, Знаменка һ.б. нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереүҙә ҡатнаша. БАССР ЮС‑ының 12‑се саҡырылыш депутаты.
Х е ҙ м.: Геолого‑технологические особенности разработки нефтяных месторождений юго‑запада Башкортостана. М., 1998 (авторҙ.); Капитальный ремонт скважин. Изоляционные работы. Уфа, 2000 (авторҙ.); Обоснование и совершенствование технологий разработки месторождений с трудноизвлекаемыми запасами. М., 2003.
Тәрж. Г.М.Ғәлиева