Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ТУПРАҠТЫҢ АГРОХИМИК ҮҘЕНСӘЛЕКТӘРЕ

Просмотров: 2901

ТУПРАҠТЫҢ АГРОХИМИК ҮҘЕНСӘЛЕКТӘРЕ, тупраҡтың уңдырышлылығын, уның а.х. культураларын үҫтереүгә яраҡлылығын ҡылыҡһырлай. Тупраҡтың химик составы м‑н бәйле булған Т.а.ү. үҫемлектәрҙең туҡланыу режимын һәм шарттарын, ашламаларҙың тупраҡта үҙгәреү процестарын билдәләй. Т.а.ү. төп күрһәткестәре: серетмә, макро‑ һәм микроэлементтарҙың тулайым һәм еңел үҙләштерелеүсе формалары миҡдары, тирә‑яҡ мөхиттең реакцияһы, һеңдереү нигеҙҙәре суммаһы һәм улар м‑н туйындырылыу дәрәжәһе. Башҡортостанда һөрөнтө ерҙәрҙең химик составына комплекслы тикшереүҙәр үткәрелгән (ҡара: табл.). Респ. һөрөнтө ерҙәренең төп фондын тәшкил иткән һоро урман тупрағы һәм йыуылған ҡара тупраҡ өсөн агрохимик күрһәткестәрҙең түбәнге сиктәре ярашлы рәүештә тигеҙ: дөйөм серетмә миҡдары — 3,0 һәм 6,5%, еңел үҙләштерелеүсе серетмә — 0,2 һәм 0,3%; дөйөм азот— 0,2 һәм 0,3%, еңел үҙләштерелеүсе минераль азот — 3,0 һәм 6,1 мг/кг тупраҡта; дөйөм фосфор— 0,12 һәм 0,2%, еңел үҙләштерелеүсе фосфор — 8,0 һәм 10,0 мг/100 г тупраҡта; еңел үҙләштерелеүсе калий — 5,1 һәм 9,1 мг/100 г тупраҡта; һеңдереү нигеҙҙәре суммаһы — 25—30 һәм 30—55 мг‑экв/100 г тупраҡта; рН — 5,9 һәм 6,8. Оптималь Т.а.ү. агротехник саралар комплексын (ҡара: Агротехника) һәм сәсеү әйләнештәрен ҡулланып һаҡлана. Т.а.ү. оптималлеген баһалау критерийы булып а.х. культураларының уңдырышлылығы тора. Шулай уҡ ҡара: Агрохимия.

Әҙәб.: У с м а н о в Ю.А., Т у р о в ц е в М.М. Агрохимическая характеристика почв СССР. М., 1964.

Ф.Х.Хәзиев

Тәрж. Г.А.Миһранова

 

 

 

Башҡортостан һөрөнтө ерҙәренең агрохимик үҙенсәлектәре

Күрһәткестәр

Кәҫле көлһыу һәм аҡһыл һоро урман тупраҡтары

Һоро һәм ҡараһыу һоро урман тупраҡтары

Ҡара тупраҡ

көлһыулан-ған һәм йыуылған

типик

ябай һәм көньяҡ

Серетмә, %

3,7

5,8

8,5

7,0

6,0

Дөйөм азот, %

0,19

0,29

0,50

0,45

0,30

Дөйөм фосфор, %

0,14

0,19

0,23

0,21

0,16

Дөйөм калий, %

1,50

1,58

2,0

1,82

1,72

Гидролизлаусы азот, мг/кг

180

200

300

228

161

Еңел үҙләштерелеүсе фосфор, мг/100 г

3,0

3,3

3,7

3,8

3,0

Еңел үҙләштерелеүсе калий, мг/100 г

10

12

20

23

29

Тоҙ суспензияһының pH

4,8

5,4

5,7

6,6

6,7

Гидролитик әселек, мг‑экв/100 г

4,0

3,8

3,6

2,1

Һеңдереү нигеҙҙәре суммаһы, мг‑экв/100 г

15,5

27,0

46,0

52,0

45

Нигеҙҙәрҙең туйындырылыу дәрәжәһе, %

80

87

91

96

97

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: