Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АГРОХИМИЯ

Просмотров: 2117

АГРОХИМИЯ (агро… һәм химия), агрономик химия, үҫемлектәрҙең минераль туҡланыуын, ашламаларҙың, химик мелиорация сараларының тупраҡта һәм үҫемлектәрҙә барған биохимик һәм химик процестарға йоғонтоһон өйрәнеүсе фән. А. ш. уҡ уңдырышлылыҡты арттырыуҙың ҡайһы бер башҡа сараларын — гербицидтарҙы, үҫемлектәрҙең үҫешен көйләгестәрҙе һ.б. өйрәнә.

А. ауыл хужалығын химиялаштырыуҙың фәнни нигеҙе булып тора. Башҡортостанда агрохимик тикшеренеүҙәрҙең башы 19 б. аҙ. ҡарай. 1896—99 йй. минераль ашламалар м‑н тәүге тәжрибәләр Бөрө, Аксёнов һәм Пестровка тәж. яландарында, ә системалы тикшеренеүҙәр 1912 й. алып Шишмә а.х. тәж. станцияһында алып барыла. 1926—30 йй. Миловка тәж. яланында эзбизе йыуылған ҡара тупраҡҡа тиреҫ индереү өйрәнелә, 1929—35 йй. Мәсәғүт тәж. яланында респ. төньяҡ‑көнсығыш урман‑дала райондарының ҡара тупраҡлы ерҙәрендә фосфорлы ашламаларҙың юғары һөҙөмтәлелеге асыҡлана. 1932 й. алып Тупраҡ‑ботаника бюроһында тупраҡты агрохимик тикшереү башлана. 1935 й. Башҡ‑н игенселек һәм малс‑ҡ ҒТИ‑нда Башҡортостандың тупраҡ‑агрохимик карталарын төҙөү һәм респ. төрлө тәбиғәт зоналарында ашламаларҙы һөҙөмтәле ҡулланыуҙы өйрәнеү б‑са эштәр ойошторола.

А. б‑са фәнни тикшеренеүҙәр Ауыл хужалығы институтында, Аграр университетта, Биология институтында, Гербицидтар һәм үҫемлектәрҙең үҫеүен көйләгестәр институтында алып барыла. Ғәмәли А. “Башҡортостан” агрохимия хеҙмәте үҙәгендә һәм Ишембай агрохимия хеҙмәте ст., “Башплодородие” ДУП‑ында үҫеш ала, унда а.х. комплекслы агрохимик хеҙмәтләндереү, агрохимик картограммалар төҙөү, хужалыҡтарҙы ашламалар, үҫемлектәрҙе химик һаҡлау саралары м‑н тәьмин итеү, тупраҡҡа эзбиз индереү һ.б. тормошҡа ашырыла. А. б‑са тикшеренеүҙәр сәсеү әйләнешендә ашламалар ҡулланыу һәм уларҙы респ. төрлө ауыл хужалығы зоналарында индереү технологияларының фәнни нигеҙҙәрен булдырырға мөмкинлек бирә.

А. мәсьәләләренә С.Ғ.Ғиззәтуллин, В.К.Ғирфанов, Г.А.Кольцова, В.К.Трапезников, Й.А.Усманов, Б.П.Шиленко, С.Ә.Әбдрәшитов, Х.С.Әхмәтшин һ.б. хеҙмәттәре арналған.

Әҙәб.: Усманов Ю.А. Агрохимические районы Башкирии и применение удобрений. Уфа, 1971; Научные основы и рекомендации по применению удобрений в Башкирской АССР. Уфа, 1981; Трапезников В.К. Физиологические основы локального применения удобрений. М., 1983.

Ф.Х.Хәзиев

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019