АБРАМЧУК Владимир Павлович
АБРАМЧУК Владимир Павлович (22.1.1945, Новосибирск ҡ. — 19.4.2019, Межгорье ҡ., Өфө ҡ. ерләнгән), хужалыҡ эшмәкәре. РФ‑тың атҡаҙанған төҙөүсеһе (1994). Новосибирск тимер юл транспорты инженерҙары институтын тамамлағандан һуң (1968) Әрмәнстанда эшләй, 1979 й. алып Байкал—Амур магистрале төҙөлөшөндә тоннель отряды начальнигы. 1981 й. башлап 30‑сы төҙөлөш идаралығының (Межгорье ҡ.) баш инженеры, 1988 й. — начальнигы, 2016 й. — начальник советнигы. 2009—19 йй. Межгорье ҡ. ябыҡ административ-территориаль берәмеге советы рәйесе. А. етәкселегендә ташлы тупраҡтарҙа ҙур тороҡло ер аҫты ҡоролмаларын тиҙ төҙөүҙең яңы технологиялары үҙләштерелә. Йомағужа һыуһаҡлағысын, Өфөлә автоюлдар тоннелен, магистраль газ торбаларын һ.б. төҙөүҙә ҡатнаша. БР Дәүләт Йыйылышының 1—3‑сө саҡырылыш депутаты. СССР МС премияһы лауреаты (1989). Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1989), Почёт (2000), “Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” (2015) ордендары менән бүләкләнгән.
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина