Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АГРОСӘНӘҒӘТ КОМПЛЕКСЫ

Просмотров: 1604

АГРОСӘНӘҒӘТ КОМПЛЕКСЫ, а.х. продукцияһын етештереү, ташыу, эшкәртеү, һаҡлау һәм һатыуҙы тәьмин итеүсе үҙ-ара бәйле һәм үҙ-ара бойондороҡло халыҡ хужалығы тармаҡтары йыйылмаһы.

АПК‑ның төп өлкәләре:

1) а.х. етештереү саралары (а.х. машиналары эшләү, эшкәртеү һ.б. тармаҡтар өсөн машиналар эшләү), минераль ашламалар һәм үҫемлектәрҙе химик һаҡлау саралары м‑н тәьмин итеүсе сәнәғәт тармаҡтары. БР‑ҙа был өлкәлә “Автокомплект”, Белорет рессорҙар һәм пружиналар заводы, “Газпром нефтехим Салават”, Стәрлетамаҡ машиналар эшләү заводы һ.б. пр‑тиелар эшләй;

2) иҡтисадтың аграр секторы — бөтә төр милек һәм хужалыҡ итеү формалы а.х. пр‑тиелары, ш. иҫ. сәнәғәт, төҙөлөш һ.б. пр‑тие, ойошма, совхоз-техникумдарҙың агроцехтары һәм шәхси ярҙамсы хужалыҡтары. Ошо уҡ өлкәгә урман (аҙыҡ-түлек табыу өлөшөндә) һәм балыҡ (“Башкиррыбхоз”) хужалыҡтары, аш тоҙон төргәкләү пр‑тиелары инә; 3) а.х. продукцияһын ҡулланыусыларға еткереү м‑н шөғөлләнеүсе тармаҡтар (а.х. сеймалы әҙерләү, ташыу, һаҡлау, эшкәртеү, һатыу).

Бынан тыш түбәндәге өлкәләр айырыла:

1) тура характерлы һәм АПК‑ның һәр бер айырым өлкәһенең инфраструктуралары, ш. уҡ идара итеү органдары. БР‑ҙа был өлкәгә Дәүләт орлоҡсолоҡ инспекцияһының контроль-орлоҡсолоҡ лаб., агрохимия (“Башплодородие”), ветеринария (“Башзооветснаб”) һәм а.х. ремонт-техник хеҙмәт күрһәтеү, тоҡомсолоҡ эше (“Башҡортостан”), мелиорация (“Башводмелиорация”) б‑са пр‑тиелар, “Госсорткомиссия” филиалы — БР б‑са Сорт һынау участкалары инспектураһы, “Башсортсемовощ” ДУП‑ы, МТС, РТП (“Башсельхозтехника”), проект ин‑ттары; БР А.х. министрлығы, БР Урман хужалығы министрлығы һ.б. инә;

2) кадрҙар әҙерләү (Аграр университет, Башҡортостан агросәнәғәт комплексы кадрҙарын яңынан әҙерләүһәм уларҙың квалификацияһын күтәреү институты, а.х. техникумдары һәм колледждары, ПТУ) һәм АПК‑ны фәнни яҡтан тәьмин итеү (Ауыл хужалығы институты, Биология институты, Рәсәй а.х. фәндәре акад. Өфө АПК үҙәге, Башҡ‑н ғилми-производство ветеринария лаб.) учреждениелары һәм ойошмалары.

Респ. иҡт. аграр секторында тулайым төбәк продуктының ундан бер өлөшө етештерелә. А.х. өлөшөнә респ. төп фондтарының 5,5%‑ы һәм иҡт. өлкәһендә эшләүселәрҙең 15,9%‑ы тура килә.

Әҙәб.: Обеспечение АПК материально-техническими ресурсами в условиях рыночной экономики. М., 1993; Арасланов Н.Г., Бикбулатов З.Г. Экономическая эффективность производства и хозяйственный риск в агросфере: вопросы теории, методология анализа и пути оптимизации. Уфа, 1996; Система ведения агропромышленного производства в Республике Башкортостан. Уфа, 1997.

Н.Ғ.Арыҫланов, Н.Р.Бәхтизин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: