Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АГРОСӘНӘҒӘТ ИНТЕГРАЦИЯҺЫ

Просмотров: 1541

АГРОСӘНӘҒӘТ ИНТЕГРАЦИЯҺЫ, аҙыҡ-түлек һәм а.х. сеймалын етештереү, уны эшкәртеү, һаҡлау һәм һатыу процесында үҙ-ара эҙмә-эҙлекле бәйләнгән а.х., сәнәғәт һәм матди производствоның башҡа сиктәш тармаҡтары пр‑тиеларының берҙәм ҡайтанан етештереү циклы м‑н хужалыҡ итеүҙең тулы механизмы. А.и. үҫеше производствоны ойоштороуҙың бөтә яҡтарын да: матди-техник базаһын, хеҙмәт технологияһын һәм уны ойоштороуҙы, пр‑тиелар м‑н идара итеүҙе — сифатлы үҙгәртеп ҡороуға килтерә. Һөҙөмтәлә, агросәнәғәт пр‑тиелары, фирмалар, комб‑ттар, ғилми-производство берекмәләре ойошторола, дөйөм агросәнәғәт комплексы формалаша.

Горизонталь А.и. — бер йәки бер нисә бәләкәй тармаҡ пр‑тиеһы һәм производствоһы эшмәкәрлегенең тармаҡ эсендә кооперативҡа берләшеүе һәм ҡушылыуы. Аграр секторҙа етештереү процесының бындай ҡушылыуы эшмәкәрлектең характерына һәм төрөнә ҡарап төрлө формаларҙа күренә. Уларҙың иң мөһиме булып производствоны концентрациялау һәм махсуслаштырыу тора: хеҙмәт бүленешен тәрәнәйтеү, производствоны айырым етештереү һәм технология фазаларына йәки стадияларына бүлеү (малсылыҡта — тана үҫтереү һәм ҡыҫыр таналарҙы йүнәлешле үҫтереү, үҫтереп еткереү, мал һимертеү һ.б. б‑са комплекстар; иген етештереүҙә — орлоҡсолоҡ хужалыҡтары һәм тауар игене етештереү пр‑тиеларын һ.б. айырыу); производство һәм уны хеҙмәтләндереү өлкәләрен бүлеү һәм айырыу (МТС, РТП, мал аҙығы етештереү һ.б.); а.х. продукцияһының айырым төрҙәренә махсуслашҡан, тар махсуслашҡан производстволар ойоштороу (йәшелсәселек, емешселек хужалыҡтары, теплица комб‑ттары, ҡошсолоҡ фабрикалары һ.б.). Горизонталь интеграция нигеҙендә махсуслашыу иҡт. аграр секторҙың төп үҫеш һәм интенсивлаштырыу йүнәлеше булып тора. Горизонталь А.и. ауылда хужалыҡ итеүҙең соц.-иҡт. үҫешенә ярҙам итеүсе кооператив бәйләнештәр, сағыштырмаса тигеҙ иҡт. шарттар булдырыуға булышлыҡ итә.

Вертикаль А.и. — халыҡ хужалығының төрлө тармаҡ пр‑тиелары һәм производстволары эшмәкәрлегенең тармаҡ-ара кооперативҡа берләшеүе һәм ҡушылыуы. Ҡайһы бер осраҡта килешеү нигеҙендә эшләгән, икенсе осраҡта берҙәм функциональ-технологик бөтөнлөгө һәм үҙәкләштерелгән ойоштороу-бүлеү органдары булған комплекстар вертикаль А.и. ойоштороу формалары булып тора. Вертикаль А.и. булғанда төрлө милек формаларындағы пр‑тиелар араһында тығыҙ етештереү һәм сауҙа мөнәсәбәттәре урынлаштырыла. Ул юғалтыуҙарҙы кәметеүгә, продукцияны ҡулланыусыға еткереүҙе тиҙләтеүгә булышлыҡ итә. Горизонталь һәм вертикаль А.и. оҫта итеп бергә алып барыу — АПК‑ның тигеҙ һәм динамик эшләүенең мөһим элементы.

Башҡортостанда А.и. процестары 20 б. 80‑се йй. уртаһында башлана. Ауыл хужалығының эшкәртеү сәнәғәте һәм матди производствоның башҡа сиктәш тармаҡтары м‑н үҙ-ара тығыҙ бәйләнешен тәьмин иткән тәүге агрокомб‑ттар, агрофирмалар һ.б. агросәнәғәт берекмәләре барлыҡҡа килә. Респ. махсуслашыуҙың 2 төрө бар: хужалыҡ эсендә — хужалыҡтың бүлексәләре, бригадалары, фермалары һ.б. бүлектәренең малсылыҡ һәм үҫемлекселектең бер-ике төр тауар продукцияһы етештереүҙә махсуслашыуы; хужалыҡтар араһында — а.х. пр‑тиеларының продукцияны етештереү, эшкәртеү һәм эшмәкәрлектең башҡа төрҙәре б‑са матди-техник ресурстарҙы берләштереп, берлектәге пр‑тиелар, агрокомб‑ттар һәм агрофирмалар булдырыу өсөн махсуслашыуы.

Әҙәб.: Арасланов Н.Г., Бикбулатов З.Г. Экономическая эффективность производства и хозяйственный риск в агросфере: вопросы теории, методология анализа и пути оптимизации. Уфа, 1996.

Н.Ғ.Арыҫланов

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019