Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАЛЬНЕОТЕРАПИЯ

Просмотров: 1360

БАЛЬНЕОТЕРАПИЯ (лат. balneum—һыу инеү һәм терапия), тәбиғи йәки яһалма минераль һыуҙар ҡулланып дауаланыу. Минераль һыуҙарҙың дауалау тәьҫире уларҙа бром, иод, магний һ.б. иондары, углекислый газ, сероводород, азот, тиҙ тарҡалыусан радиоактив матдәләрҙең (радон) булыуына бәйле. Минераль һыуҙарҙы ваннала, душта, бассейнда һыу ингәндә, ашҡаҙан, эсәктәрҙе йыуҙыртҡанда һ.б. ҡулланалар. Б. йөрәк‑ҡан тамырҙары, нервы һәм бәүел‑енес системалары, аш һеңдереү ағзалары ауырыуҙары, артрит булғанда, матдәләр алмашыныуы боҙолғанда тәҡдим ителә. Йөрәк‑ҡан тамырҙары ауырыуҙары көсәйгән осорҙа, ҡайһы бер тире ҡатламы, венерик ауырыуҙар һ.б. булғанда ярамай. Б. процедуралары дауалау‑иҫкәртеү учреждениеларында, шифахана‑курорт учреждениеларында һәм балалар шифахана‑курорт учреждениеларында үткәрелә. Минераль һыуҙарҙы һәм уларҙы дауалау‑иҫкәртеү маҡсатында ҡулланыуҙы өйрәнеү м‑н Медицина университетында шөғөлләнәләр (Л.Т.Ғилметдинова, А.Ғ.Ғәлләмов, А.С.Елисеев, Ш.З.Заһиҙуллин һ.б.). Шулай уҡ ҡара: Курортология.

Р.Ғәлиев, Л.Т.Ғилметдинова

Тәрж. Ю.Ғәримов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: