Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КУРОРТОЛОГИЯ

Просмотров: 1502

КУРОРТОЛОГИЯ (нем. Kurort — дауаланыу урыны һәм …логия), тәбиғи дауалау факторҙарын һәм уларҙы дауалау‑иҫкәртеү маҡсаты м‑н, ш. иҫ. шифахана‑курорт учреждениелары шарттарында, ҡулланыуҙы өйрәнеүсе медицина бүлеге. К. бальнеотерапияны, климат‑, пелоидотерапияны (шифалы ләм ҡулланыу), шифаханалар ойоштороу һәм төҙөү эшен үҙ эсенә ала. Башҡортостанда К. үҫешеүе борондан халыҡ медицинаһында ҡулланылған тәбиғи дауалау саралары (минераль һыуҙар, шифалы ләм һ.б.) булыуға бәйле. 19 б. башы — 20 б. аҙ. Өфө губернаһында ҡымыҙ м‑н климатотерапияны бергә ҡулланып ҡымыҙ м‑н дауалаусы ойошмалар асыла (ҡара: Аксаков С.Т. исемендәге шифахана, “Глуховская”, “Шафран” һ.б.). 20 б. 30‑сы йй. уртаһында БДМИ‑ла тәбиғәт ресурстарының физик‑химик составы һәм дауалау әһәмиәте өйрәнелә (Н.Ф.Воробьёв, З.Ш.Заһиҙуллин, Н.И.Савченко, Ғ.Н.Тереғолов). 50—60‑сы йй. алып төрлө ауырыуҙарҙы дауалағанда тәбиғи дауалау‑һауыҡтырыу сараларын файҙаланыу б‑са комплекслы тикшеренеүҙәр уҙғарыла: терәк‑хәрәкәт, нервы (Р.Ш.Аҡбашев, Ш.И.Әхмәтйәнова, Х.Х.Ганцева, Т.М.Йыһангиров), йөрәк‑ҡан тамырҙары һәм тын алыу системаһы (Л.Т.Ғилметдинова, Ш.З.Заһиҙуллин, В.Л.Нәзифуллин), бөйөр һәм бәүел юлдары (Л.П.Крайзельбурд, Р.Ғ.Фәрхетдинов) ауырыуҙарын дауалау өсөн “Янғантау” шифаханаһының термаль парҙарын, газдарын һәм минераль һыу сығанаҡтарын; аш һеңдереү (З.З.Фәйзуллин, М.Н.Фридман), ҡатын‑ҡыҙҙың енес ағзалары (Т.И.Степанова), нервы системаһы ауырыуҙары, ревматоид артрит, шәкәр диабеты (Ә.С.Мифтахова, А.Х.Түрйәнов), дерматоздарҙы (М.М.Ғафаров, Е.А.Медведева) дауалауҙа Красноусол минераль һыу сығанаҡтарын һәм ләмен; терәк‑хәрәкәт аппараты, нервы системаһы, ашҡаҙан‑эсәк юлы ауырыуҙарын (Б.Х.Әхмәтова, Р.Ә.Дәүләтшин), гинекология патологияһын (В.А.Кулавский) дауалауҙа “Яҡтыкүл” шифаханаһының ләм ятыштарын файҙаланыу; миокард инфаркты, гипертония ауырыуы м‑н сирләгәндәрҙе, инсульт кисергәндәрҙе (Ғилметдинова, Л.Н.Минһажетдинова) “Йәшел Сауҡалыҡ” шифаханаһының дауалау сараларын; һөнәри ауырыуҙарҙы, эс ҡыуышлығының йәбешеү ауырыуын дауалағанда (Н.С.Ғиззәтуллина, Ю.Ю.Солтанов, Һ.Н.Хунафин) “Ҡарағай” шифаханаһының шифалы ләмен ҡулланыу. Нервы системаһы, тын алыу юлдары һәм аш һеңдереү ағзалары, йөрәк‑ҡан тамырҙары системаһы ауырыуҙарын, эс ҡыуышлығы ағзаларына операциянан һуң “Йоматау” шифаханаһында ҡымыҙ м‑н дауалау (З.В.Асҡаров, О.В.Ғәлимов, А.Р.Ғилметдинов); “Асы” минераль һыу сығанаҡтарын һөйәк-мускул, нервы, йөрәк‑ҡан тамырҙары системалары, тире ауырыуҙарын дауалауҙа ҡулланыу дәлилләнгән (Ганцева, Ғилметдинова); респ. шифаханаларының балаларҙы дауалау өсөн файҙаланылған һауыҡтырыу саралары өйрәнелгән (С.Е.Беляев, Р.Ғ.Йәнекәев, В.А.Малиевский). 2001 й. БДМУ‑ла тергеҙеүсе медицина һәм курортология ҒТИ төҙөлә.

Әҙәб.: Здравницы Республики Башкортостан. Уфа, 2003.

Л.Т.Ғилметдинова

Тәрж. Л.Р.Шәрипова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: