Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАҠСЫ

Просмотров: 1123

БАҠСЫ, бағымсы, тәңрелек руханийы. Ҡағиҙә булараҡ, психофизиологик һәләттәргә (күрәҙәселек, дауалау һ.б.) һәм поэтик образлы фекерләүгә эйә. Уңышлы һунар, йонсоу көндәрҙе туҡтатыу, ауырыуҙарҙы дауалау һ.б. өсөн ҡамлау йолаһы үткәргән; арбай белгән (ҡара: Арбау). Б. йолалары ҡыл ҡумыҙ, дөңгөрҙә уйнау м‑н оҙатылған. Б. булараҡ Ҡорҡот ата билдәле. Башҡорттарҙа Минһажетдин, Туймөхәмәт бағымсылар хаҡында риүәйәттәр һаҡланған. 20 б. 1‑се сирегенә тиклем Б. тип ауыл дауалаусыларын атағандар.

Әҙәб.: Байымов Б.С. Баҡсылар ижады //Башҡорт фольклоры. Өфө, 1995. 2‑се сығ‑ш. ; Султангареева Р.А. Обрядовый фольклор как предмет реконструкции личности, функций и творчества багымсы //Шунда уҡ. Өфө, 1999. 3‑сө сығ‑ш.

Р.Ә.Солтангәрәева

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019