Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ШАМАНЛЫҠ

Просмотров: 1576

ШАМАНЛЫҠ (эвенкса шаман, саман — ярһыған кеше), диндең тәүге формаларының береһе; ҡамлау ваҡытында шамандың (культ башҡарыусы) рухтар м‑н аралашыуы т‑дағы күҙаллауға нигеҙләнә. Анимизм, магия, тотемизм, фетишизм м‑н бәйле; элементтары төрлө дини системаларҙа бар. Ш. ҡорбан килтереү хас. Ҡамлау ваҡытында шамандың йәне тәненән айырылып, башҡа донъялар буйлап сәйәхәт итә: күккә күтәрелә (өҫкө донъя), ергә төшә (аҫҡы донъя), тип һанала. Башҡорттарҙа Ш. исламға тиклемге дини инаныуҙарҙың байтаҡ өлөшөн тәшкил итә, Ш. ҡалдыҡтары ислам м‑н бергә йәшәй. Шамандарҙың ритуалдары И.И.Георги, И.И.Лепёхин, П.М.Кудряшёв, С.И.Руденко һ.б. тикшеренеүҙәрендә тасуир­лана. Шамандар (күрәҙә, шайтан күрәҙә, баҡсы) ауырыуҙарҙы дауалағанда уларға оялаған яуыз заттарҙы ҡыуыр өсөн “Шай­тан уйыны”, һирәгерәк “Зәхмәтте ҡыуыу”, “Ен ҡыуыу” һ.б. йолаларҙы башҡарған; “йәй ташы”, “яҙаташ” ярҙамында ямғыр саҡырған (ҡара: Ер эшкәртеүгә бәйле йолалар), юғалған кешеләрҙе, әйберҙәрҙе эҙләгән, киләсәкте юраған һ.б.; һарнау ярҙамында ҡурсалаусы рухтарҙы саҡырған, уларҙың береһе Ҡорҡот ата булған. Ш. һәләте нәҫелдән нәҫелгә күскән.

Әҙәб.: Сулейманова М.Н. Доисламские верования и обряды башкир. Уфа, 2005.

Д.Ғ.Күскилдин, М.Н.Сөләймәнова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 07.08.2023