АНТЫШЕВ Александр Николаевич
АНТЫШЕВ Александр Николаевич (20.2.1942, БАССР-ҙың Оло Теләк районы Ҡыҙыл Октябрь а., хәҙер БР‑ҙың Иглин районы Оло Теләк а., — 15.6.2020, Өфө ҡ.), тел белгесе. Филология фәндәре докторы (2002). БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1964) шунда уҡ эшләй. 1977 й. алып БДПИ‑ла: немец теле кафедраһы мөдире, 1987—96 йй. сит телдәр факультеты деканы. 1982—86 йй. Лейпциг һәм Эрфурт педагогия институттарында (Германия) уҡыта. 1998 й. башлап БДАУ‑ҙа эшләй (2003 й. тиклем немец теле кафедраһы мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге сағыштырма тел ғилеме проблемаларына, немец телендә һәм урыҫ телендә антропонимдарҙы өйрәнеүгә арналған.
Х е ҙ м.: Имена. Немецкие антропонимы. Уфа, 2001.
Э.М.Нухова
Тәрж. Р.М.Шәрипова