Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АҠСА

Просмотров: 1484

АҠСА, тауар хаҡының дөйөм эквиваленты. Көньяҡ Уралда тәүге металл А. б.э. сиктәрендә барлыҡҡа килә, быны Иштуған ҡурғандарында Митридат VI Евпатор (б.э.т. 132—63 йй.) дәүеренә ҡараған понтий тәңкәләре табылыуы дәлилләй. 9—11 бб. Көньяҡ Урал Ғәрәп хәлифәтенең аҡса һуғыу йорттарында баҫылған Куфи дирһәмдәре ҡулланылышта була: Арран, Бохара, Сәмәрҡәнд һ.б. ҡалаларҙа һуғылған Аббасидтар (ҡара: Иҫке Хәлил ҡурғандары, Хөсәйен ҡурғандары һ.б.) һәм Саманидтар (ҡара: Ҡаранай ҡурғандары, Мерәсем ҡурғандары һ.б.) тәңкәләре. Шулай уҡ Омайадтар тәңкәләре, ш. иҫ. 8 б. башына ҡараған асыҡланмаған сығышлы алтын динар (ҡара: Стәрлетамаҡ ҡәберлеге) һәм 8 б. аҙ. ҡараған ике Хәрәзм тәңкәһе (ҡара: Бикеш ҡурғандары, Бөрө ҡәберлеге һ.б.) билдәле.

14 б. 2‑се ярт. Көньяҡ Уралда Алтын Урҙа аҡса берәмектәре — дирһәмдәр (1,52 г ауырлығындағы көмөш тәңкәләр), пулдар (яҡынса 1,33 г ауырлыҡтағы баҡыр тәңкәләр), сомдар (яҡынса 200 г ауырлыҡтағы көмөш ҡойолмалар) — тарала. 1967 й. Бәләбәй р‑ны Берек‑Алға а. (ҡара: Берек-Алға торағы) янында 76 төрлө 300‑ҙән ашыу тәңкәнән торған хазина табыла: тәңкәләрҙең иң боронғоһо Тоҡто хан исеменән 1310/11 й. (710 һижри йыл) һуғылған, иң һуңғыһы — Жанибәк III хан исеменән 1375/76 й. (777 һижри йыл). Тәңкәләрҙең күбеһе Тоҡто, Үзбәк, Жанибәк хандар идара иткән осорға ҡарай. Гөлистан һәм Һарай әл‑Йәдит (Һарай‑Бәрәкә) ҡҡ. һуғылған тәңкәләр өҫтөнлөк итә, Һарай әл‑Мәхрүсә (Һарай‑Батыу), Хәрәзм ҡҡ. баҫылғандары осрай. 1848 й. Ырымбур губернаһы Быҙаулыҡ өйәҙе Ключёвка а. (Ырымбур өлк.) янында — 1307—60 йй. ҡараған көмөш тәңкәләр, Быҙаулыҡ өйәҙе Державин а. (Ырымбур өлк.) янында — 4 тәңкә (2‑һе Үзбәк, 2‑һе Жанибәк исеменән һуғылған); 1894 й. Һамар губернаһы Быҙаулыҡ өйәҙе Оло Ремизенка а. (Ырымбур өлк.) янында — 165 жуси тәңкәһе; 1906 й. Өфө өйәҙе Ҡыҙылъяр а. (хәҙ. Нуриман р‑ны) янында — көмөш һәм баҡыр ғәрәп тәңкәләре тултырылған баҡыр ҡомған; 1914 й. Бәләбәй өйәҙе Петровка а. янында 345 жуси тәңкәһе һ.б. (ҡара: Хазиналар) табыла. Тәңкәләр ш. уҡ 13—15 бб. ҡараған ерләү ҡомартҡыларында осрай: Теләүғол ҡәберлегендә (Ырымбур өлк. Теләүғол а.) 2 тәңкә (Үзбәк һәм Жанибәк осоронда һуғылған) табыла, Яңы Орск II ҡәберлегендә (Орск ҡ.) — көмөш джучид дирһәме (Үзбәк осороноҡо), Андреевка I ҡурғанлы ҡәберлегендә (Ырымбур өлк. Андреевка а.) — 3 көмөш тәңкә (2‑һе Үзбәк, 1‑еһе Жанибәк осороноҡо), Байғусҡар ҡурғаны II — 6 көмөш тәңкә (3‑өһө Жанибәк, 2‑һе Үзбәк, 1‑еһе Тоҡто осороноҡо) һ.б. 15 б. 2‑се сирегендә Көньяҡ Урал далаларында жуси дирһәмдәре йөрөүҙән туҡтай. 15 б. Көньяҡ Уралға урыҫ көмөш тәңкәләре һәм ҡойолмалары (ҡара: Ҡараабыҙ ҡаласығы, Көшөл ҡәберлеге һ.б.) үтеп инә.

16 б. алып Башҡортостан Рәсәй аҡса әйләнеше системаһына инә (ҡара: Башҡортостандың Рус дәүләтенә ҡушылыуы). 1789—97 йй. төрлө хаҡлы баҡыр аҡсалар Аннинский заводында һуғыла, унда аҡса һуғыу йорто ойошторола. 20 б. 50—60‑сы йй. БР Милли музейына шәхси коллекцияларҙан 1,8 меңдән ашыу урыҫ тәңкәһе тапшырыла: 17 б. аҙ. — 18 б. башына ҡараған 0,7 меңдән ашыу көмөш тинлек (650‑һе Ырымбур өлк. Покровка а. янында табылған, 70‑е — Саҡмағош р‑ны Ҡарғалы а. янында); 18 б. аҙ. — 19 б. башына ҡараған 1,1 мең самаһы тәңкә (589‑ы — Өфө р‑ны Ҡыҙылъяр а. янында, 363‑ө — Өфөлә, 144‑е — Ҡыйғы р‑ны Түбәнге Ҡыйғы а. янында). Башҡорттарҙа А. ролен мал, ҡиммәтле йәнлек тиреһе (тин һүҙе тейендән килеп сыҡҡан; мал ш. уҡ муллыҡ, байлыҡ, мөлкәт мәғәнәһен бирә) үтәгән. Ҡиммәтле йәнлек тиреһе м‑н ғәҙәттә үҙҙәре ингән дәүләт (ҡара: Нуғай Урҙаһы, Ҡазан ханлығы, Себер ханлығы, Рәсәй) файҙаһына һалым (ҡара: Яһаҡ) түләнгән. Тәңкә һуҡҡанда башлыса көмөш файҙаланыу “аҡса” (аҡ төҫ) һүҙендә сағыла. “Һум”, “һумлыҡ” һүҙенең килеп сығышы Алтын Урҙала йөрөгән сомға бәйле. Шулай уҡ ҡара: Аҡса әйләнеше.

Әҙәб.: Акбулатов И.М. Тенга, денга, копейка: из истории денег и денежного обращения на Южном Урале с древнейших времен до начала XIX в. Уфа, 2009.

И.М.Аҡбулатов

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: